+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Октябрь 2020, 12:00

Уҡыусыларының яратҡан остазы

География уҡытыусыһы Рима Зөфәр ҡыҙы Латипованың уҡыусылары остаздарынан уңды

«Уҡытыусы» һүҙен әйткәндә беҙ йыш ҡына уның беҙҙең тормошобоҙҙа ниндәй роль уйнауы тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Ә бит беҙҙең бөтәбеҙҙе лә мәктәп, тәү сиратта уҡытыусылар формалаштыра. Уҡыусыларының һәр ҡайһыһына улар бәхетле кешеләр булып үҫһен өсөн уҡытыусы күпме көс, күпме хеҙмәт, күпме түҙемлек һала.
Бөгөн һеҙгә бар йөрәге менән үҙенең мәктәбе, уҡыусылары тип янған уҡытыусыларҙың береһе тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Ул – педагог, РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2001), «РФ Иң яҡшы уҡытыусыһы» Милли проекты еңеүсеһе (2008), 5-се гимназияның география уҡытыусыһы Рима Зөфәр ҡыҙы Латипова. Тыумышы менән Кострома өлкәһенең Макарьев районынан. Гүзәл Башҡортостанға күсеп киләләр. Урта белемде Өфө ҡалаһында ала – 1970 йылда 73-сө урта мәктәпте тамамлай.
«Мин уҡытыусыларымдан бик уңдым. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек талапсан, тәрән белемле, етди, үҙ һөнәренә мөкиббән киткән педагогтар ине. Мәктәптә уҡығанда уҡ буласаҡ һөнәремде билдәләнем- география уҡытыусыһы булырға ҡарар иттем. Ни өсөн география уҡытыусыһы? Класс етәксебеҙ географиянан уҡытты. Ул беҙҙең менән йыш ҡына гүзәл тыуған яғыбыҙ буйлап походтарға йөрөнө. Был бөтәбеҙгә лә ныҡ оҡшай торғайны. Шуға, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Уны 1976 йылда тамамлағандан һуң юллама буйынса Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында хеҙмәт юлын башланым. Ундағы коллегаларым да яҡшы кешеләр булды. Тәжрибәле, ижади коллектив тормош иптәшем менән беҙҙе эштең бар нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итте. 1977 йылда беҙгә яңы юллама биреп, Дәүләкән ҡалаһының 5-се урта мәктәбенә йүнәлттеләр. Бында уҡыусыларым менән быйыл инде 44-се уҡыу йылын башлап ебәрҙем”, - тип һөйләй педагог.
Рима Зөфәр ҡыҙы – педагогик хеҙмәт оҫтаһы, үҙ фәнен төплө белгән һәм бар күңеленән яратҡан уҡытыусы. Уның уҡыусылары күп тапҡырҙар район олимпиадалары призерҙары була, ә 2018 йылда уҡыусыһы Дамир Кәримов республика олимпиадаһы еңеүсеһе була. Бөгөнгө көндә Дамир һәм Рима Зөфәр ҡыҙының уҡыусылары Лиза Суркова - Башҡорт дәүләт, Катя Анисимова - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында география факультетында белем ала. Ә уның сығарылыусыһы Катя Житцова Берҙәм дәүләт имтиханында географиянан 96 балл йыйып, Мәскәү дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә. Рима Зөфәр ҡыҙының фәне буйынса БДИ һөҙөмтәләре һәр йылда ла уртаса республика күрһәткестәренән юғарыраҡ була. Уның 10-дан ашыу уҡыусыһы тормоштарын география менән бәйләгән һәм районыбыҙҙа ла, унан ситтә лә география уҡытыусылары булып хеҙмәт һала.
Рима Зөфәр ҡыҙының дәрестәре көсөргәнешле уҡыу хеҙмәте менән генә түгел, ә яңы белемгә ынтылыу ҡыуанысы менән дә һуғарылған. Ул бер ҡасан да ирешелгән уңыштарында туҡтап ҡалмай. Белемен даими камиллаштырып тора, уҡытыуҙың һәм балаларҙы тәрбиәләүҙең яңы ысулдарын таба. Уның ижадының сығанағы – уҡыусылар менән аралашыуы, үҙенең һәм башҡа уҡытыусыларҙың тәжрибәһенә таяныуы, педагогтың дөйөм һөнәри мәҙәниәте, тормош тәжрибәһе һәм һөнәри һиҙемләүе.
Ул уҡыусыларына күпме рухи күңел көсөн биргән, үҙенең тәрбиәләнеүселәренә география закондарын ғына түгел, ә тормош закондарын да аңларға ярҙам иткән. Уның менән йәнәшә булғанда, күпме дәрт, күпме күңел күтәренкелеге алаһың! Уға ҡарап, һәр саҡ алға бараһы килеп тора.
Бар йөрәге менән яратҡан һөнәренә бирелгән уҡытыусы коллегаларының, уҡыусыларының һәм уларҙың ата-әсәләренең ихтирамын яулаған.
Рима Зөфәр ҡыҙының тырышлығы лайыҡлы баһаланған: ул күп һанлы почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уға «Уҡытыусы-методист» һәм «Өлкән уҡытыусы» званиелары бирелгән.
Мәктәптә уҡыған ваҡытында Рима Зөфәр ҡыҙы кеүек Ысын Уҡытыусыны – үҙ аҡылы, күңел йомартлығы менән эске донъяны аңларға ярҙам иткән кешене осратыусылар үҙҙәрен бәхетле тип һанай алалыр, тип уйлайым, сөнки ул киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә, дәрестә белем биреп кенә ҡалмай, ә тормоштағы мөһим мәсьәләләрҙә лә үрнәк булып тора.
Уҡытыусылар көнө алдынан беҙ Рима Зөфәр ҡыҙын һөнәри байрам менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, аҡыллы уҡыусылар, күңел тыныслығы һәм именлек теләйбеҙ.
Читайте нас: