-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 17:50

Иҫке Мерәҫ мәктәбе уҡытыусылары ла

бөгөн, 5 октябрҙә, ҡотлауҙар ҡабул итә

Юлиә Сәфәр ҡыҙы Мәғәсүмова ғүмер буйы мәктәптә балаларға белем биргән абруйлы педагог. Уның баян моңдарын, ҡул эштәренә, төрлө әйберҙәр яһарға өйрәткән дәрестәрен уҡыусылары әле лә һағынып иҫкә ала.
Уҡытыусының үҙ-үҙенә талапсанлығын, эешнә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауын күреп, Юлиә Сәфәр ҡыҙына директор вазифаһын йөкмәтәләр. Сер түгел, директор ул – коллективҡа етәкселек итеү генә түгел, коллегаларыңды бергә туплау һәләтеңде лә эшкә ҡушырға, уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә күңеленә юл таба белергә кәрәк. Ә хужалыҡ буйынса күпме эш! Иҫке Мерәҫ уҡытыусылары һынатмай, һәр береһе үҙ урынында бар тырышлығын һала. Һәр уҡыусының бәләкәй генә уңышына ла сикһеҙ һөйөнәләр, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә ынтылалар. Иҫке Мерәҫ мәктәбенең педагогик коллективына еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: