+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 15:20

«Мин – тәрбиәсе»

«Тәрбиәсенең төп бурысы – һинең ҡаршыңда әлеге мәлдә ата-әсәһенән алыҫ булған бала тороуын иҫтән сығармау, уның менән уртаҡ тормош, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар менән йәшәү», - ти Дәүләкән ҡалаһы лицей-интернаты тәрбиәсеһе Гөлсинә Ғәли ҡыҙы Муллағолова.

Тәрбиәсе – балаларға донъяны аңларға ярҙам итеүсе. Уларҙың тәүсират бурысы булып үҙҙәрендәге рухи һәм күңел торошоноң ыңғай сифаттарын балаларҙа ла тәрбиәләү тора. Ә бындай сифаттар Тыуған илгә, беҙҙең мәҙәниәтебеҙгә, тәбиғәткә һөйөү аша үҫешә. Бына ошондай сифаттарҙы үҫтереүсе, мәктәп-интернатҡа килгән балаларға икенсе әсәй булыусы тәрбиәселәрҙең береһе – Гөлсинә Ғәли ҡыҙы Муллағолова.
Ул - гүзәл тәбиғәтле Бөрйән ҡыҙы. Яҙмыш ҡушыуы буйынса беҙҙең районға килеп, лицей-интернатҡа урынлаша. Бына инде 30 йылдан ашыу ошо мәктәптә тәрбиәсе булып хеҙмәт һала.
«Эшемде бар күңелемдән яратам, - ти Гөлсинә Ғәли ҡыҙы, - сөнки тәрбиәсе – балаларға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороусы, күп осраҡтарҙа уларға ата-әсәләрен дә алыштырыусы өлкән кеше. Һәр баланың үҙ холҡо, үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары бар. Уларҙың хис-тойғоларына, кәйефенә ҡарап, нисек итеп мөрәжәғәт итергә, тынысландырыр өсөн нимә тәҡдим итергә, ниндәй кәңәш бирергә кәрәклеген күрәм. Балалар менән эскерһеҙ, «бар йөрәктән», уларҙы тиң күреп, аралашыу мөһим. Тик шул ваҡытта ғына улар күңелдәрен һиңә аса.
Балалар менән эшләгәндә төрлө хәлдәргә әҙер торорға, теләһә ниндәй сетерекле хәлдән дә сығыу юлын таба белергә кәрәк. Бындай ваҡыттарҙа миңә шаянлығым ярҙам итә, тип уйлайым.
Эшкә ҙур теләк менән киләм, сөнки мине балаларым һағынып көтөп ала. Ишектән ингәс тә, улар йүгереп килеп, мине уратып ала, хәбәрҙәрен һөйләй, кемуҙарҙан яңылыҡтары менән бүлешә башлай. Тәрбиәләнеүселәремде тыңлағанда, балаларға ҡарап, тормошомдо уларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмағанымды, уларға үҙемдең кәрәклегемде аңлайым».
Тормошта үҙ юлын һәр кем таба алмай. Ә Гөлсинә Ғәли ҡыҙы ул юлды тапҡан. Шуға ситкә тайпылмай, ышаныслы аҙымдар менән үҙ юлынан атлауын дауам итә. Ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Был йылдар эсендә шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла, төрлө күңелһеҙ мәлдәре лә булғандыр, әммә тәрбиәсе Гөлсинә Ғәли ҡыҙы Муллағолова башын ғорур күтәреп, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, балаларға бар күңел йылылығын биреп, тәрбиәләнеүселәрен белем иленә әйҙәй.
Байрам менән һеҙҙе, Гөлсинә Ғәли ҡыҙы. Ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, ғаилә именлеге һәм аҡыллы, һәләтле тәрбиәләнеүселәр теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: