+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 16:30

Һәр уҡыусыһын үҙ балаһы һымаҡ күрә

Быйыл йәнә беренсе класс уҡыусыларын ҡабул итеп алған Светлана Ғәзизова киләсәктә һәр уҡыусыһын уңышлы, дәрәжәле кеше итеп күрергә теләй

Ни өсн тигәндә, был уның да өлөшө бит, сөнки белемгә төп нигеҙ башланғыс класта һалына. 3-сө башҡорт гимназия-интернатында ике тиҫтә йылдан ашыу балаларҙы белем тауына етәкләп алып менгән уҡытыусы был яуаплылыҡты тулыһынса аңлай, шуға бар йөрәген һайлаған һөнәренә бирә, инде нисәмә йылдар дауамында уға тоғро ҡала. Яңы ғына уҡырға килгән ете йәшлек балалар өсөн ул – ысынында икенсе әсәй. Дәрестә генә түгел, тормошта ла ул үҙ уҡыусылары өсөн борсола, улар хаҡында даими хәстәрлек күрә. Шунһыҙ булдыра ла алмай, сөнки уның булмышы шундай. Уҡытыусылар көнө – Светалана Вәрис ҡыҙы Ғәзизова өсөн ғәҙәти уҡыу көнө. Ә шулай ҙа уҡыусыларыңдан, уларҙың ата-әсәләренән йылы һүҙҙәр ишетеү, сәскә гөлләмәләре алыу сикһеҙ шатландыра ла, тулҡынландыра ла. Ҡайһы саҡта ирекһеҙҙән күңел тулып китә....
Читайте нас: