+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2020, 16:15

Уҡытыусы – бөйөк исем

"Уҡыусыларымды яратам. Уларҙың һәр ҡайһыһы шәхес. Нисек уҡыуҙарына ҡарамаҫтан. Һинең уларға ҡарата ихлас булыуыңды күрһә, улар ҙа һиңә шуның менән яуап ҡайтара", - ти Дәүләкән лицей-интернатының математика уҡытыусыһы Хафиза Иншар ҡыҙы Аллағолова.

Педагогик уҡыу йорттарын тамамлағандарҙың күбеһе тәүге хеҙмәт аҙымдарын яһай башлау менән, ауырлыҡтарға түҙә алмай һөнәрҙәренән китә, ә тик балаларҙың эскерһеҙ ҡараштарынан, мәктәп мәшәҡәттәренән һәм күнегелгән: «Һаумыһығыҙ, балалар! Ә хәҙер дәресте башлайбыҙ...», - тигән һүҙҙәрҙән башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмағандар ғына һөнәренә тоғро ҡала. Бына шундай педагогтарҙың береһе – Дәүләкән лицей-интернатының математика уҡытыусыһы Хафиза Иншар ҡыҙы Аллағолова.
Ейәнсура ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын беҙҙең ҡаланың интернат-мәктәбендә башлай. Шул көндән алып, бына инде 40 йылдан ашыу яратҡан фәне- математиканан балаларға белем бирә.
Һоҡланғыс педагог, үҙ эшенең оҫтаһы уҡыусыларҙың бер нисә быуынын үҙаллы тормошҡа әҙерләне. Уның сығарылыусылары төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөй. Уларҙың барыһын да яратҡан уҡытыусыларына рәхмәт тойғоһо берләштерә.
Хафиза Иншар ҡыҙы бәләкәйҙән үк математика уҡытыусыһы булырға хыялланған. Шуға уның бөгөнгө көндә лә иң яратҡан китабы – А.Г. Мордковичтың «Алгебра»һы.
Үҫмерҙәр менән эшләү ауырмы, тигән һорауға Хафиза Иншар ҡыҙы:
«Юҡ, уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһын шәхес итеп күрә белергә генә кәрәк. Уларҙың тормошона битараф булмаҫҡа, ҡайһыһындыр иғтибар менән тыңларға, ҡайһыһындыр маҡтарға, ҡайһыһындыр йәлләргә, кемгәлер кәңәш бирергә. Һинең эскерһеҙ, ихлас булыуыңды күрһә, улар һиңә лә шуның менән яуап ҡайтара», - тип яуап бирҙе.
Уҡыусыларҙың араһында айырып яратҡандары буламы, тигән һорауға:
«Мин уларҙың бөтәһен дә бер тигеҙ яратам, уларҙың һәр ҡайһыһын нисек бар, шулай ҡабул итәм», - тине.
Хафиза Аллағолова – бик сыҙам, сабыр уҡытыусы. Ә был сифат - педагог өсөн иң мөһимдәрҙең береһе. Бөгөнгө көндә лә уҡыусыларына өлгө булып, көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй, бар йөрәген уҡыусыларына биреп, тормош юлынан алға атлай ул.
Байрам уңайынан ҡотлап, Хафиза Иншар ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, уҡыусылары менән белем тауҙарының текә ҡаяларына артабан да арымай-талмай үрләүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: