Бөгөн байрам – Уҡытыусылар көнө. Шул уңайҙан педагогтар уҡыусыларынан, уларҙың ата-әсәләренән, коллегаларынан йылы ҡотлауҙар ҡабул итте.
Ә мин иһә, үҙемдең беренсе уҡытыусымдың яҡты иҫтәлеге алдында тәрән ихтирам менән баш эйеп, уға һуңлаған рәхмәт һүҙҙәремде еткерәһем килде.
Һүҙем – күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән беренсе уҡытыусым, Ҡоръятмаҫ урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем биргән Йәмилә Хәйрулла ҡыҙы Ғәйнетдинова тураһында.
Беренсе уҡытыусы...Беҙ йыш ҡына был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уҡытыусының беҙҙең тормошта ниндәй ҙур роль уйнауы хаҡында уйламайбыҙ ҙа тиерлек.
Ә бит улар уҡыусыларының һәр ҡайһыһы уңышлы һәм бәхетле булһын, тип күпме көс, хеҙмәт, тырышлыҡ, күңел йылылығы сарыф итә. Көн һайын, йылдың-йылы үҙҙәрен аямай,тулыһынса балаларға бағышлай. Дәфтәрҙәр тикшереп, яңы конспекттар әҙерләп, киләһе дәресте нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә, тип пландар ҡороп, йоҡоһоҙ төндәр уҙғара, тәрбиәләнеүселәренең уңышһыҙлыҡтарына көйөнә, уҡыусыһының бәләкәй генә уңышына ла бар йөрәгенән һөйөнә. Миңә ана шундай уҡытыусыларҙың береһе, Йәмилә Хәйрулла ҡыҙы Ғәйнетдиновала уҡыу бәхете эләкте. Беҙҙең ауылдың нисә быуын уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы, икенсе әсәһе булды икән ул!
Һәр беребеҙ үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау зыңлауын, тәүге мәктәп байрамдарын ғүмере буйы күңелендә йөрөтәлер.
Быларҙың барыһы ла беренсе уҡытыусының яҡты исеме менән бәйле.
1975 -1978 йылдарҙа мин Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең башланғыс кластарында уҡыным. 1а һәм 1б кластарына бөтәһе 44 бала килдек. Беҙҙең 1б класының класс етәксеһе Йәмилә апа ине. Оло йөрәкле Ысын уҡытыусыға уҡырға эләгеүемә мин яҙмышыма мең-мең рәхмәтлемен.
Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ уҡыған мәктәп тә, яратҡан уҡытыусыбыҙ ҙа күптән юҡ инде. Әммә беҙҙең йөрәктәрҙә яратҡан Йәмилә апабыҙ тураһында яҡты иҫтәлек ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Һиҙгер күңелле, сабыр, тыйнаҡ, бер үк ваҡытта етди һәм ғәҙел, беҙҙе үҙ балаларылай күргән, хәстәрләгән оло йөрәкле кеше ине ул. Тәүге тапҡыр ҡулыбыҙҙан тотоп, ҡәләм ярҙамында беренсе һыҙыҡтар, тәүге һандар, хәрефтәр яҙҙыртыуы әле булһа күҙ алдында тора. Йәмилә апа менән Әлифбала беренсе һүҙҙәрҙе уҡыныҡ, миҫалдар систек, ҡабатлау таблицаһын ятланыҡ. Ә нимәләр генә белмәнек беҙ! Һәр-бер дәрес үҙенсә бер асыш була торғайны. Йәмилә апабыҙ һәр баланың яҡшы кеше булыуына ышаныс күрһәтте, күңелдәрҙе елкендерерлек һүҙҙәр таба торғайны. Уның беҙгә ышаныуынан иңгә ҡанаттар үҫә ине. Уҡытыусы апайыбыҙҙың дәрестәрендә изгелек һәм яуызлыҡ, донъя һәм кешеләр, Ватаныбыҙ һәм халҡыбыҙ хаҡында бик күп нимәләр белдек. Ул беҙҙе дөрөҫ йәшәргә, донъяны дөрөҫ ҡабул итергә, изге күңелле һәм аҡыллы, уңышлы булырға өйрәтте, һәр-беребеҙҙең ысын кешеләр булып үҫеүе тураһында хыялланды. Йәмилә Хәйрулла ҡыҙы беҙҙе бер ҡасан да әрләмәне, тыныс, тигеҙ тауышы менән беҙ уйлап та ҡарамаған нимәләр хаҡында аңлата ала ине ул. Апабыҙ класыбыҙҙы татыу коллектив итеп ойоштора алды, шуға күрә, беҙҙең кластың әле лә дуҫ йәшәүендә уның да өлөшө барҙыр, тип уйлайым.
Балаларҙы айырып яратманы, яҡшыға һәм насарға бүлмәне ул. Уның өсөн ябай колхозсының да, юғары вазифа биләгән кешенең дә балаһы бер кимәлдә ине. Әле булһа уның: «Кейемегеҙ иҫке тип оялмағыҙ, балалар, ямаулы булһа ла, иң мөһиме, таҙа булһын», - тигән һүҙҙәре ҡолаҡта яңғырағандый. Ошо ябай ғына һөйләм дә Йәмилә апаның ниндәй кеше булыуын асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора бит.
Сабыр холоҡло, әрләмәй торғайны, тиһәм дә, тағы ла бер ваҡиға иҫкә төштө. Уҡытыусыбыҙҙа уҡыған өс йыл эсендә уның бер тапҡыр ныҡ итеп асыуланғаны хәтергә һеңеп ҡалған. Беҙҙең осор балалары иҫләйҙер, бәлки, бер заман ҡулдарға исем-шәрифтәрҙе яҙыу «модаға ингәйне». Класыбыҙҙағы бер малай ҙа шул шауҡымға эйәреп, ҡулына үҙенең кем икәнлеген яҙып килгәйне. Йәмилә апа яҙманы бөтөрөргә ҡушты, әммә малайҙы тыңлата алманы. Бына ошо көндә күрҙек тә инде беҙ уҡытыусыбыҙҙың да уҫаллаша белеүен.
Эйе, балалар уҡытыу бик еңел эш түгел. Уҡыусыларының күңелендә һәм яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырған кеше, беренсе уҡытыусының иңдәренә ҙур яуаплылыҡ ята. Тап уның менән, ә беҙ яратҡан Йәмилә апабыҙ менән, бергә Әлифбанан башланған ҙур тормоштоң ишеген ҡурҡмай аса алдыҡ.
Бөтәһе лә мәктәпте икенсе өйө, ә уҡытыусыны икенсе әсәһе, тип күрергә өйрәнгән. Яҙыусылар - үҙҙәренең әҫәрҙәрендә, рәссамдар – картиналарында, ә уҡытыусылар уҡыусыларының уйҙарында, уларҙың изге эштәрендә йәшәй. Ҡасандыр балалар күңеленә сәсеп ҡалдырған изгелек орлоҡтарының нисек һәм ҡасан шытып сығыуы тап уҡытыусыларҙан тора. Ә Йәмилә Хәйрулла ҡыҙы Ғәйнетдинованың нисә быуын балалары күңеленә һалған орлоҡтары юғалтыуһыҙ шытып сыҡҡан һәм изгелектән мул уңыш бирәлер, тип уйлайым.
Яҙмамды Резеда Вәлиева ижад иткән матур шиғыр юлдары менән тамамлайым. Ул беренсе Уҡытыусыбыҙ Йәмилә апаға бөтәбеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраһын!
Ул өйрәтте ҡәләм тоторға,
Тәүге һыҙыҡтарҙы һыҙырға.
Ул өйрәтте, хәрефтәрҙе теркәп,
Ижектәрҙән һүҙҙәр яҙырға.
Күҙҙәтте ул һәр саҡ ғүмерем юлын,
Хаталарым булһа, төҙәтте.
Хеҙмәт яратырға, тыуған ергә
Тоғролоҡҡа беҙҙе өйрәтте.
Ҡыйынлыҡтар килһә, әле ле ул:
«Бирешмә!» - тип, гүйә, өндәшә.
Күңелемдә шулай ғүмерем буйы