Альбина Зайнулла ҡыҙы Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫкән. Башҡорт мәктәбендә уҡымаһа ла, тыуған теленә булған һөйөү хисе уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайларға этәрә. Ҡулына диплом алғандан һуң, 1998 йылда Сергиополь урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан 2006 йылда 7-се урта мәктәптә эшен дауам итә. Шул көндән алып, бына инде 14-се йыл, ошо мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт һала.
Альбина Зайнулла ҡыҙына класс етәкселеге лә бирелгән. Уның уҡыусылары район кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм призлы урындарҙы яулай.
Мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажин ҡул ҡуйған рәхмәт хатына башҡорт теле уҡытыусыһы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" Халыҡ-ара мәғариф акцияһының эксперт комиссияһы составында әүҙем эшләгәне өсөн лайыҡ булды.
Бөгөнгө байрам көнөндә ҡаланың үҙәк сәхнәһенә сығып, район етәкселеге ҡулынан рәхмәт хаты алыу - Альбина Зайнулла ҡыҙы Яныбаева өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм киләсәккә яңы маҡсаттар, яңы ынтылыштар ҡуйыу ул.