"Башҡортостан Республикаһы - башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү тәҡдимен яҡлап сыҡҡан иң тәүге төбәктәрҙең бнереһе. Бушлай - яҡшы ашатыу. тигән һүҙ түгел әле. Шуға беҙ ата-әсәләрҙән туҡландырыу сифатынан ҡәнғәтме-юҡмы икәнлеген белергә булдыҡ. Беҙ балаларҙы нисек туҡландыралар, яҡшымы-насармы, икәнен генәтүгел, ә был йүнәлеште камиллаштырыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында ла белергә теләйбеҙ. Дөйөмләштерелгән материал вәкәләтлек органына - Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына йүнәлтеләсәк", - тине БР Йәмәғәт палатаһының мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, шәфҡәтлелекте һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса профилле комиссияһы рәйесе Лида Исаргакова.
Һорау алыу РФ Президентының РФ Федераль йыйылышына 2020 йылдың 15 ғинуарында ебәргән 113-сө Мөрәжәғәте талаптарын үтәү һәм төбәктә башланғыс белем биреү программаларын үҙләштереүсе уҡыусыларҙы бушлай ҡайнар аш һәм сифатлы аҙыҡ-түлек, шулай уҡ белем биреү учреждениеларын тейешле ҡоролмалар менән тәьмин итеү маҡсатында уҙғарыла.
"Был эш бөтә ерҙә лә, бөтә ил буйынса төбәктәрҙең Йәмәғәт палаталары тарафынан башҡарыла. Йәмәғәт мониторингының һөҙөмтәләре 2021 йылдың 1 февраленә тиклем РФ Йәмәғәт палатаһына йүнәлтеләсәк", - тип хәбәр итте БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Аноним һорау алыу 7 һорауҙан тора.
https://forms.gle/w8CFQLs8уру7сVr5