+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Ноябрь 2020, 00:15

Дәрестәр файҙа менән үтә

Ҡоръятмаҫ ауылының урта мәктәбендә технология дәрестәре файҙа менән үтә. Ентекләберәк гәзитебеҙҙең сайтында уҡый алаһығыҙ.

Мәктәп йылдары - кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ гүзәл бер миҙгеле. Күңелдәрҙән мәңге юйылмаҫ хәтирәләр, онотолмаҫлыҡ шатлыҡтар уҡыусылар күңеленә тап мәктәп йылдарында һалына.
Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе аҙ комплектланған мәктәп булғанлыҡтан, унда уҡытыу дистанцион форматҡа күсерелмәне. Бөтә балалар ҙа белемде йорттарында түгел, ә үҙҙәренең парталары артына ултырып, ала.
Технология дәрестәре лә был мәктәптә бик файҙалы үтә. Балалар уҡытыусылары Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы Фәйзуллина менән көнкүрештә кәрәкле күп нимәләргә өйрәнә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә бишенсе класс малайҙары балыҡ консерваларынан бутерброд эшләргә, ҡыҙҙары - бик тәмле торт, ә етенсе класс ҡыҙҙары хуш еҫле кекстар бешерергә өйрәнгән. Бындай эштәргә өйрәнеүенә ҡыуанған уҡыусылар үҙҙәренең тәмлекәстәре менән бергәләп сәй эскән.
Читайте нас: