-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Ноябрь 2020, 13:30

Уҡыусыларын да үҙ балаһы һымаҡ күрә

Тәжрибәле уҡытыусы Венера Рәжәп ҡыҙы Әхмәҙуллина- күп балалы әсә

Өс бала әсәһе булараҡ, уның мәшәҡәттәре баштан ашҡан, шулай булһа ла ул үҙ уҡыусыларының күңеленә юл таба белә. Ғаиләләге кеүек үк ,бала бала инде, ҡайһы саҡта наҙларға, ваҡыты менән шелтәләргә лә тура килә, ҡаҙаныштары менән һөйөндөргәндә арҡаһынан яратҡан саҡтар ҙа була. Педагогик эшмәкәрлеген әсәлек бурысы менән бер ҡатарҙан алып бара 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Венера Әхмәҙуллина. Өйҙә ла тап шулай, балаларының уңышы әсәне сикһеҙ шатландыра, ҡанатландыра. Шуға бөгөн, Әсә көнөндә, Венера Рәжәп ҡыҙының телефонына әленән-әле ҡотлауҙар килеүе ғәжәп түгел. Уны балалары ғына түгел, уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, элекке уҡыусылары ихлас ҡотлай. Араларында шундай ҡотлауҙар осрап ҡуя, ирекһеҙҙән күҙ йәштәре атылып сыға. Был - тормош, ул шулай булырға тейеш тә, бары тик шатлыҡ йәштәре генә булһын. Һөйөнөстәр күккә күтәрһен, донъялар имен-аман булһын.
Читайте нас: