-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Декабрь 2020, 16:40

Декабрь аҙағында Дәүләкәндә балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк

«Демография» милли проекты буйынса ике мәктәпкәсә учреждение төҙөлөшө тамамланыу алдында. Заман талаптарына яуап биргән объекттарҙа эш барышы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Оҫта ҡулдар сүкеш ярҙамында балалар өсөн тәғәйенләнгән мебель – шкаф, өҫтәл, карауаттар йыя. Эш күләме ҙур. Уйын, йоҡо, аш-һыу бүлмәләрен йыһазландырырға кәрәк. Әлегә тамаша һәм спорт залдары ла буш. Шулай ҙа эске биҙәкләү эштәренән һуң Дәүләкәндәге яңы мәктәпкәсә учреждение сағыу төҫтәргә күмелгән. Тиҙҙән бында балаларҙың шат тауышы яңғыраясаҡ.
Әлегә төҙөлөш-монтажлау эштәре 99 процентҡа тамамланған. Бинала лифт эшләй, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уңайлы шарттар тыуҙырылған, янғын хәүефһеҙлеге тәьминәтенә лә айырыуса иғтибар бүленгән. Тәҙрә аша – шәхси сектор, яңы өйҙәргә күренеш асыла.
Дәүләкән ҡалаһының Көнбайыш микрорайоны сирек быуат элек төҙөлә башлай. Биләмә тиҙ үҫешә, йәш ғаиләләр күп. Шуға мәктәпкәсә учреждениеға ихтыяж юғары була. Объект 25 декабрҙә асылыр тип көтөлә.
Балалар баҡсаһында төркөмдәр тупланған. Бында Гүзәл Ғәниеваның дүрт йәшлек улы ла тәрбиә аласаҡ. Тиҙҙән йәш ғаиләнең юл сығымдары кәмейәсәк. Сөнки балалар баҡсаһы булмағанға күрә, малайҙарын күрше биҫтәләге учреждениеға йөрөткәндәр.
«Демография» милли проекты сиктәрендә Дәүләкәндең Мәскәү урамында ла яңы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Ул 110 урынға иҫәпләнгән. Биләмәлә төҙөлөш эштәре тамамланған. Бина тыштан ғына түгел, эске яҡтан да балҡып тора.
Урындағы мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, биләмәлә киләсәктә мәктәп төҙөлөшө лә планлаштырылған. Яңы балалар баҡсаларының сафҡа инеүе иһә сираттағы еңеү генә.
Яңы йыл алдынан асыласаҡ объекттар – ҡалалағы мәктәпкәсә учреждениеларҙы бушатырға ярҙам итәсәк. Балалары сиратта торған әсәләргә эшкә сығыу мөмкинлеге асыла.
Читайте нас: