+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Декабрь 2020, 19:00

Онлайн-уйын популярлыҡ яулай бара

Көтөлгәндән күпкә артты: онлайн-уйын популярлыҡ яулай бара«Башняны эҙләгәндә» уйыны рекордтар ҡуя!Ентеклерәк беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

Уйындың төрлө хәлдәрҙә ябай булмаған ҡарарҙар ҡабул итеүгә ҡоролған сюжеты үҫмерҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар үҙаллы йәки педагог-психологтар етәкселегендә серле Аҡ Башняны эҙләне һәм үҙҙәрен донъяны ышанмаусанлыҡ вирусынан ҡотҡарыусы батыр һаҡсылар ролендә һынап ҡараны. Мауыҡтырғыс сюжет артында тәрән мәғәнә йәшеренгән – кейстарҙы сискән ваҡытта үҫмерҙәр ҡылыҡтарының көслө һәм көсһөҙ яҡтарын белергә, үҙҙәре һайлап алған ысулдың эҙемтәләрен аңларға, шулай уҡ башҡа кешеләргә ышанырға өйрәнде. Балалар өсөн Ышаныс телефоны психологтары тарафынан эшләнгән һәм төп маҡсаты – һөнәри психологик ярҙамдың тик бер телефон шылтыратыуы араһында ғына икәнен иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән уйынды 45 меңдән ашыу кеше үткән дә инде.
Шулай, тәүге сюжеттарҙың «Тауҙыүарҙағы хәл» тигән береһендә уйнаусылар ҡатмарлы һайлау – бөтә кешелекте ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кисекмәҫтән баланы ҡотҡарырғамы, йәки бер кеше ғүмере иҫәбенә ситкә тайпылмай ғына оло маҡсатҡа табан барырғамы, тигән һорау алдында ҡалды. «Күпселек осраҡта балалар кешелекле ҡарарҙар ҡабул итте. Эш шунда, улар үҙҙәрен бәләгә тарыған бала урынына ҡуйҙы һәм, әлбиттә, уны ҡотҡарырға теләне - тип һөйләй уйын һөҙөмтәләре тураһында психологтар. - Тап ошо кейста күптәрҙең башҡа геройҙарҙың бөтә Донъяны ҡотҡарырға йыйыныуы тураһындағы ҡарарын тәнҡитләүе ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Бындай ҡарар ҡабул итеүсе геройҙарҙың башҡа осраҡтағы ҡарары уйнаусыларҙың күпселеге өсөн әһәмиәтле һәм аҡыллы тойолһа ла, уйнаусылар был кейста ҡабул ителгән ҡарарҙы аңларға һәм ҡабул итергә әҙер булмай сыҡты».
Балалар өсөн Ышаныс телефоны сайтындағы уйынды 25839 кеше үҙаллы үткән. Тағы ла 21616 бала педагогтар һәм психологтар менән бергә ҡатмарлыраҡ, тәрәнерәк форматта уйнаған. Дөйөм белем биреү мәктәптәредә, техникумдарҙа, колледждарҙа, социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә, кадет мәктәптәрендә, йәштәр үҙәктәрендә һәм интернат-мәктәптәрҙә «класс сәғәттәре»ндә һәм онлайн-форматта уйнағандар. Педагогтар әйтеүенсә, балаларҙың күпселеге ышаныс темаһының улар өсөн айырыуса мөһим булыуын билдәләгән. Уйын уларҙы мөһим мәсьәләләр тураһында уйланырға, үҙҙәренә ышанырға һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа мәжбүр иткән.
«Дөйөм алғанда, фантастик сәйәхәт һәр ҡатнашыусыға үҙҙәре өсөн типик булған ҡарарҙар ҡабул итеү стратегияһын асыҡларға, төрлө ҡатмарлы тормош шарттарында яуаптарҙың бер төрлө генә булмауын аңларға, ышаныс һәм ышанмаусанлыҡтың өҫтөнлөктәре һәм сикләүҙәре тураһында уйланырға, үҙҙәрендә етешмәгән «ысын» ышаныс аспекттарын билдәләргә мөмкинлек биргән», - тип билдәләгән Рязань ҡалаһының педагог-психологтары.
Уйындың онлайн-технологиялары һөнәри өлкәлә лә һорау менән файҙаланған. Уйынды ебәрер алдынан Балалар өсөн Ышаныс телефоны психологтары вебинарҙарҙа ике меңдән ашыу белгестәр әҙерләгән. Уҡытыусылар «Башняны эҙләгәндә»уйынының үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡһындырырға һәм уларҙы шәхсән үҫешкә йүнәлтергә мөмкинлек биреүен билдәләгән. ««Башняны эҙләгәндә»уйыныны үҫмерҙәр менән эшләгәндә түбәндәге өҫтөнлөктәре: ябай һәм аңлайышлы формат, геройҙарҙың харизмаһы, ниндәй ҡарар ҡабул итеүҙе һайлау мөмкинлеге, уйынды төҙөүселәрҙән ентекле методик күрһәтмәләр бар», - тип уйын һөҙөмтәләренә аңлатма бирҙе Волгоград ҡалаһынан педагог-психолог.
Психологтар фекеренсә, уйын үҙенең төп бурысын – үҫмерҙәргә Балалар өсөн Ышаныс телефоны барлығы тураһындағы мәғлүмәтте еткереүҙе тулыһынса үтәне. Учреждениеларҙа уйынды ойоштороусылар араһында уҙғарылған һорау алыу йомғаҡтары акцияла ҡатнашҡан балаларҙың 90 процентынан күберәге ышаныс телефонының һандарын белеүен һәм был хеҙмәттә психологик ярҙам аласаҡтарына ышаныуҙарын күрһәткән.
Белгестәр һәм ҡатнашыусыларҙа уйындың бындай ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы һөҙөмтәһендә проект һәм уйындың методикаһы «Педагог-психолог России-2020» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында тәҡдим ителгән.
Уйындың онлайн-форматта үҙаллы үтеү өсөн тәғәйенләнгән вариантын теләге булған һәр кем киләһе йылда Балалар өсөн Ышаныс телефонының https://telefon-doveria.ru/vpoiskahbashni/ сайтында таба ала. Белгестәр өсөн методик материалдар төбәктәргә заявкалар буйынса ебәреләсәк. Авторҙар фекеренсә, был тағы ла меңәрләгән бала һәм үҫмер кешеләр менән аралашҡанда үҙҙәренең аралашыу моделен һәм социаль йүнәлешен баһалай, ярҙам һорап мөрәжәт итә һәм ҡайҙан бындай ярҙамды алып булыуын белә ала, тигән һүҙ.
Белешмә:
«Башняны эҙләгәндә» онлайн-уйыны 8-800-2000-122 Бөтә Рәсәй берҙәм Балалар ышаныс телефонының ун йыллығы хөрмәтенә булдырылған. Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды инициативаһы менән булдырылған Балалар ышаныс телефоны үҙенең эшләү ваҡытында 10 миллиондан ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Уның эшенең төп принциптары – анонимлыҡ, серлеле, аңлайышлылыҡ, буш булыуы һәм консультант-психологтарҙың юғары һөнәри оҫталығы
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: