-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Декабрь 2020, 16:45

Саф һауа – йәнгә дауа

Көндө нисек уҙғарырға? Нимә менән шөғөлләнергә? Һәр кем ял итеү ысулын үҙе теләгәнсә һайлай.Кемдең ниндәй ял ысулын һайлауы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары уҡытыусылары Гөлнара Фәйзуллина менән көндәрҙең һалҡын тороуына ҡарамай, компьютерҙар һәм телевизорҙар артында ултырыуҙы ситкә ҡуйып, саңғыларҙа ҡышҡы урманға экскурсия ойошторған. Бының өсөн артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй, бары тик ялҡаулашмау, һалҡындарҙан ҡурҡып тормау ғына мөһим. Сәләмәт булырға, рух көсөн тәрбиәләргә теләгәндәр өсөн спорт менән шөғөлләнеү айырыуса файҙалы, сөнки әүҙем ял - иң яҡшы ял. Ә бит бөгөнгө көндә ялдарын пассив уҙғарыуға өҫтөнлөк биргән балаларҙың күбеһе үҙҙәренең сәләмәтлегенә ниндәй зыян килтереүҙәре тураһында уйлап та ҡарамай. Урманда йөрөгәндә көн һалҡын, әммә сағыу ҡояш нурҙарына бай булды. Был кәйефтәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе. Саңғы шыуыу бөтәһенә лә оҡшаны. Бер аҙ арыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың күбеһе һоҡланғыс әкиәт донъяһына әйләнгән ҡышҡы урмандан тиҙ генә ҡайтып китергә лә теләмәне хатта. Таралышҡанда саңғы менән йөрөргә йышыраҡ сығырға һөйләштеләр. Теләге булғандарҙы улар үҙҙәренә ҡушылырға саҡыра, сөнки иң яҡшы ял - әүҙем ял икәнен был малай-ҡыҙҙар яҡшы белә.
Читайте нас в