-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Ғинуар 2021, 18:45

Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...

Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы Фәйзуллина үткәргән хеҙмәт дәрестәре был мәктәптә бик ҡыҙыҡлы үтә. Унда уҡыусылар ашарға бешерергә, бәйләргә, милли аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәнә.

Мәктәптә уҡыған йылдарымда «Йорт хужалығын алып барыу» (хеҙмәт) дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөгән көндәремде әле булһа һағыныу менән иҫкә алам. Улар 4-8-се кластарҙа үтә ине, ә бөтә материалдарҙы дәфтәргә яҙа торғайныҡ.
Шулай уҡ һәр уҡыусының сигеү сиккәндә ҡулланылған йөйҙәрҙең өлгөлөре, аҫтына төрҙәре яҙылған туҡыма киҫәктәре йәбештергән альбомы була ине.
«Йорт хужалығын алып барыу» дәрестәре тик ҡыҙҙар өсөн генә үткәрелде, ә малайҙар хеҙмәт дәрестәрендә махсус оҫтаханала ағас һәм тимерҙән нимәләрҙер яһай торғайны.
Хеҙмәт дәрестәрендә беҙгә тағы нәмәләр өйрәткәндәрен аныҡ ҡына иҫкә төшөрә алмаһам да, «Кулинария» һәм «Тегеү һәм ҡул эштәре» бүлектәрен оноторлоҡ түгел. Уларҙа аҙыҡ-түлектең файҙалы сифаттары тураһында, йәшелсәләрҙе матур итеп турарға, бутербродтар, турамалар, картуф иҙмәһе әҙерләргә өйрәтә торғайнылар. Шул замандарҙа эшләргә өйрәнгән винегрет ғүмерем буйына минең яратҡан турамам булып ҡалды.
Бөгөнгө көндә «Йорт хужалығын алып барыу» дәрестәре мәктәп программаларында бөтөнләй юҡ, йәиһә күп мәктәптәрҙә тик факультатив рәүешендә генә алып барыла. Ә бит хеҙмәт тәрбиәһе кешенең шәхес булып формалашыуының төп рычагтарының береһе булып тора. Элек хеҙмәткә һөйөү кескәй саҡтан уҡ тәрбиәләнә, ә эш һөйөүсәнлек кешенең ыңғай сифаттарының иң мөһимдәренең береһе ине.
Ҡоръятмаҫ урта мәктәбендә хеҙмәт дәрестәренең һаҡланып ҡалыуы - ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы Фәйзуллина үткәргән хеҙмәт дәрестәре был мәктәптә бик ҡыҙыҡлы үтә. Унда уҡыусылар ашарға бешерергә, бәйләргә, милли аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәнә. Күптән түгел улар ауылда йәшәүсе билдәле бауырһаҡ бешереү оҫтаһы Х. Шәйәхмәтованан милли ашамлыҡ әҙерләргә өйрәнгән. Ошо көндәрҙә иһә хеҙмәт дәресенең темаһы ҡул эштәренә арналған. Шуға 5-се, 7-се, 9-сы класс уҡыусылары Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе оҫта балаҫ һуғыусыларҙың береһе иҫәпләнгән Хариса Ҡадированың өйөнә барған. Осрашыу ваҡытында Хариса Ҡәниф ҡыҙы балаларға үҙенең тормош юлы, нисек итеп бәләкәй сағынан уҡ балаҫ һуғырға, бәйләм бәйләргә өйрәнеүе тураһында һөйләп үткән, үҙенең ҡул эштәрен күрһәткән. Ә Хариса Ҡәниф ҡыҙының һоҡланғыс ҡул эштәре етерлек, сөнки ул балаҫ һуғып ҡына ҡалмай, ә төҫлө йөндәрҙән аллы-гөллө сәскәләр ҙә бәйләй, сәйләндән үреп яһаған эштәре лә бихисап. (Әйтеп үтергә кәрәк, Харисаның баҡыйлыҡҡа күскән ағаһы Фәнис тә ауылда ғына түгел, ә тирә-яҡта танылған балаҫ һуғыу, ағастан семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы ине).
Алтын ҡуллы ханым уҡыусыларға эштәрен генә түгел, ә балаҫтың нисек һуғылыуын да бик ентекләп күрһәткән һәм теләге булғандарҙы үҙенә балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнергә саҡырған. Аллы-гөллө эштәрҙе күргән балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Хариса апайҙарының етәкселеге аҫтында үҙҙәре лә станокта балаҫ һуғып ҡараған. Был дәрес уҡыусыларға бик оҡшаған. Хариса Ҡәниф ҡыҙы эргәһенән улар боронғо кәсеп менән шөғөлләнергә теләк белдереп таралышҡан.
Читайте нас: