+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Февраль 2021, 12:25

Ул – мәктәптең ғорурлығы

Һәр мәктәптә уҡытыусылар ғорурланырлыҡ, уларҙың терәге булырлыҡ уҡыусылар бар. Уларға һәр саҡта таянырға була, улар үҙҙәренең һәләте, эш һөйөүсәнлеге, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән бөтәһен дә таң ҡалдыра. 7-се урта мәктәптең 9А класында (класс етәксеһе Ғ.Ғ. Дәүләтова) белем алған Айҙар Тәхәүетдинов тап шундай уҡыусыларҙың береһе.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Һәр мәктәптә уҡытыусылар ғорурланырлыҡ, уларҙың терәге булырлыҡ уҡыусылар бар. Уларға һәр саҡта таянырға була, улар үҙҙәренең һәләте, эш һөйөүсәнлеге, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән бөтәһен дә таң ҡалдыра.
7-се урта мәктәптең 9А класында (класс етәксеһе Ғ.Ғ. Дәүләтова) белем алған Айҙар Тәхәүетдинов тап шундай уҡыусыларҙың береһе.
«Мин бишенсе кластан алып Айҙарҙың класс етәксеһемен, - ти Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы. - Беренсе көндәрҙән үк уның аҡыллы күҙҙәрен, һынаусан ҡарашын, үҙаллы фекерләй белеүен күреп хайран ҡалдым.
Айҙар - Гөлнур Минихан ҡыҙы һәм Айваз Ғайса улы Тәхәүетдиновтарҙың күп балалы татыу ғаиләһендә төпсөк малай. Ата-әсәләре балаларына дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыша. Улар үҙҙәре лә уңған, балалары ла бәләкәйҙән үк эш һөйөүсән, тырыш булып үҫә. Өлкән улдары Айнур Мәскәү дәүләт университетының геология факультетында магистратурала белем ала, эшләп йөрөй, ҡыҙҙары быйыл -11-се , ә Айҙар 9-сы класты тамамлай. Балаларҙың өсөһө лә уҡыуҙа яҡшы өлгәшеп кенә ҡалмай, ата-әсәләренә ярҙамлашырға, хужалыҡтағы бөтә эштәрҙе башҡарырға ла өлгөрә».
Айҙар башланғыс кластарҙан уҡ үҙен белемгә ынтылыусан, бар яҡлап та үҫешкән, ҡыҙыҡһыныусан бала итеп танытҡан, тик «5» билдәләренә генә өлгәшә. Ул башҡаларҙан фекерләүенең үҙенсәлекле, хәтеренең яҡшы булыуы, бар мәсьәләләрҙе лә стандарт булмаған юлдар менән хәл итә белеүе менән айырылып тора. Айҙар үҙен бөтә өлкәләрҙә лә һынап ҡарарға теләй.
Үҙе тураһында һөйләүен һорағас: «Мине бөтә фәндәр ҙә ҡыҙыҡһындыра, әммә иң оҡшағаны – тарих, - тип һөйләп китте ул. – Тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырышам. Быға күп балалы ғаиләлә үҫеүем, һис шикһеҙ, йоғонто яһайҙыр, тип иҫәпләйем, сөнки татыу ғаиләбеҙ миңә яуаплылыҡ, тәртиплелек, тыйнаҡлылыҡ кеүек сифаттар бирҙе».
Айҙар дәрестәрҙән тыш, мәктәптең йәмәғәт тормошонда ла, төрлө олимпиадаларҙа ла даими ҡатнашып тора. Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, физика, физик культура, хоҡуҡ буйынса уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп, муниципаль этаптарында еңеүсе һәм призер була. Тарихты өйрәнеүҙә ул айырыуса юғары һөҙөмтәләр күрһәтә: 2017-2018, 2019-2020, 2020-2021 уҡыу йылдарында тарих буйынса олимпиаданың муниципаль этабында еңеп сыға. Йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнаша. 2016,2017, 2018 йылдарҙа унда призер булһа, 2020 йылда олимпиаданың муниципаль этабында еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ йыл һайын «Үлемһеҙ полк» акцияһында әүҙем ҡатнаша.
Шулай уҡ Айҙар уҙған йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ойошторолған Герой-ҡалалар буйлап үтәсәк Еңеү поезы акцияһында ла ҡатнашырға тейеш булған, әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле, ул үткәрелмәгән. Шулай уҡ уҡыуҙа күрһәткән уңыштары өсөн декабрь аҙағында Президент шыршыһында ла онлайн ғына ҡатнашырға насип булған.
2018 йылда Айҙар «Башҡортостан Республикаһы халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫы» фәнни-тикшеренеү эштәренең республика конкурсында ҡатнашып, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихы» тигән номинацияла II дәрәжә Диплом менән бүләкләнгән.
Айҙар спорт менән дә шөғөлләнә Ул – мәктәптең баскетбол һәм волейбол командалары ағзаһы, шахмат буйынса мәктәп команддаһы составында 2018, 2019 йылдарҙа район ярыштарында II урын яулаған.
Айҙар бик күңелсәк егет. Класта төрлө саралар ойошторғанда һәр саҡ уларҙың уртаһында ҡайнай. Класташтары ла уны яҡшы, ышаныслы дуҫ булғаны, һәр ваҡыт үҙенең фекерен яҡлай белгәне өсөн ихтирам итә. Мәктәп тә ошондай һоҡланғыс, бар яҡтан да һәләтле уҡыусыһы менән ғорурлана.
Уның наградалар тупланмаһында олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған өсөн бирелгән Диплом һәм Почет грамоталары бихисап.
Мәҫәлән, быйыл районда уҙғарылған йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физика фәндәренән - олимпиадалар призеры, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса олимпиаданың муниципаль этабы еңеүсеһе исемдәренә лайыҡ булыуы еңеүҙәр тупланмаһын тағы ла тулыландырған. Ә хоҡуҡ фәненән уҡытыусыһы Марат Ислам улы Йыһангиров етәкселегендә олимпиаданың республика этабы призеры исеменә лайыҡ булыуы һис тә ғәжәп түгел, сөнки ошо мәктәптә 2006 йылдан алып эшләү ваҡытында юғары квалификациялы уҡытыусы үҙен әүҙем, ижади йүнәлештә эшләүсе, үҙенә талапсан педагог итеп танытҡан. Марат Ислам улы мәктәптә Айҙарҙың яратҡан фәндәре булған тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ фәндәренән уҡыта. Үҙ эшен яратҡан уҡытыусы һөнәри кимәлен даими арттырып тора, дәрестәрҙе уҙғарыуға етди әҙерләнә. Улар лекциялар, семинарҙар, практик эштәр , сәйәхәт дәрестәре формаһында ойошторолғанлыҡтан, дәрестәргә уҡыусылар бик теләп йөрөй. Уҡытыусының үҙе уҡытҡан фәндәр буйынса эшен ижади йүнәлештә алып барыуы ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Марат Ислам улы белем биргән уҡыусылары араһында район, республика кимәлендәге олимпиадалары призерҙары, еңеүселәре бихисап. Айҙар Тәхәүетдинов та Марат Ислам улының ана шундай уҡыусыларының береһе.Тырыш уҡытыусы һәм тырыш, белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар – дәрестәр күңелле үтһен өсөн тағы ла ни кәрәк!
Мәҡәләне яҙған ваҡытта 7-се мәктәптән тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр килде - Айҙар Тәхәүетдинов уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йәмғиәтте өйрәнеү фәненән республика этабы призеры исеменә лайыҡ булған. Һәләтле егетте сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: