-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Февраль 2021, 14:25

Оҫта ҡыҙ Регина

Регина Ғөбәйҙуллинаның ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше юҡ

Ҡыҙыҡай Иҫке Мерәҫ мәктәбендә уҡый. Ә ошондай матур пончо бәйләргә уларҙы технология дәрестәрендә Юлиә Сәфәр ҡыҙы Мәғәсүмова өйрәтә. Ҡыҙҙар киләсәктә бик тә кәрәкле һөнәргә өйрәнә - бынамын тигән ҡул эше оҫталары үҫә. Үҙ ҡулдарың менән бәйләгән әйбер һәр саҡ зауыҡлы, матур күренә. Ҡыҙҙар төрлө биҙәктәр менән шәлдәр, башҡа әйберҙәр бәйләй. Мәктәптә балаларҙы хеҙмәт нигеҙендә тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирелә. Башҡа тиҫтерҙәре телефонда соҡонғанда был ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән шундай гүзәллек тыуҙыра. Ябай ауыл мәктәбендә был ҙур мәртәбәгә лайыҡ, әлбиттә. Ҡарағыҙ әле Регинаның ырғаҡ менән бәйләп кейгән пончоһына, иҫ китмәле матур, шулаймы?
Читайте нас: