+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Февраль 2021, 16:25

Көлөп алайыҡ әле!

Йәненә бик тейгәстәре төшкөлөккә тип алып килгән аҙығын иртән үк ашап ҡуя

Ғәлиә менән Гөлиә - класташтар. Кластарында ла ҡыҙҙарҙан ни бары икәү генәләр, ҡалғандары - малайҙар. Гөлиә мәктәп ашханаһына йөрөргә яратмай, элегерәк ауыл мәктәптәрендә ашатыу яғы ла наҡыҫыраҡ бит инде, әлеге һымаҡ түгел. Шуға ул йә икмәккә май яғып алып килә, кәнфит-маҙар булһа, бер нисә кәнфит. йә печенье ала. Уларҙан арттағы партала ултырған Иҙрис менән Вәрис Гөлиәнең ашарға алып килгәнен белеп ҡалғас, дәрес ваҡытында шым ғына ҡыҙҙың портфеленән аҙығын алалар ҙа ашайҙар икән. Өс дәрес бөткәс, ҡыҙ оҙон тәнәфестә ашайым тип портфеленә тығылһа - аҙыҡтан елдәр иҫкән була. Был хәл шулай бер ни тиклем ваҡыт дауам итә. Ҡыҙ кем алғанын да белмәй, әммә әмәлен таба - алып килгән аҙығын беренсе дәрес башланғансы уҡ үҙе ашай ҙа ҡуя.
Читайте нас: