+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Февраль 2021, 18:30

Башҡорт телендә һөйләшәм…

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 – се класс уҡыусыһы Абзалов Данил ебәргән мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

«Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!»
Р. Ғарипов
Мин, Абзалов Данил Таһир улы. Дәүләкән ҡалаһы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 – се класында уҡыйым. Үҙем башҡорт ғаиләһендә тыуғанмын, матур башҡорт телендә һөйләшәм. Әлеге мәҡәләмдә ошо ата-бабайҙарҙан аманат булып күскән телем аша донъяны танырға, туғандарымды, нәҫел ептәрен барларға өйрәтеүе, уҡыуымда туған тел арҡылы ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеүем тураһында һөйләргә булдым.
Туған тел - кешегә хоҙай тарафынан әсә һөтө менән бергә бирелгән бүләк. Һәр кемде әсә менән күҙгә күренмәгән еп бәйләй. Шуға күрә телгә һөйөү балаға әсә ҡарынында ятҡада уҡ, артабан бишек йырҙары менән бирелә. Тормошонда уңышһыҙлыҡтарға осраған кеше тураһында уға әсәһе бишек йырҙары көйләмәгән, тиҙәр. Әсәйем йәш булһа ла, йор һүҙле. Телгә һөйөү унан киләлер, тип уйлайым.
Ғаиләбеҙҙә өс бала тәрбиәләнә. Атай-әсәйебеҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, төҙөлөш материалдары әҙерләй. Өлкән ағайым Тимур, Өфө нефть техник университетын тамамлап, Когалымда уңышлы ғына эшләп йөрөй. Кескәй һеңлем Азалия үҙем уҡыған мәктәптең беренсе класында белем ала. Өйҙә тик үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ, туған телдә йырҙар йырлайбыҙ, тыңлайбыҙ. Милли байрамдарҙы, дини йолаларҙы туғандар менән йыйылышып, бергә үткәрәбеҙ. Мин үҙем башҡорт теле буйынса үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ихлас ҡатнашам һәм призлы урындар алам. Туған телемде белеүем миңә донъяны таныуымда булышлыҡ итә. Конкурстарҙа ҡатнашыуым кешеләр менән аралашырға, үҙемдең һәләттәремде асырға мөмкинлек бирә.
Ғөмүмән, әсәйем яҡлап беҙҙең нәҫел телгә бай. Артабан төп темаға - тамырҙарыма күсеп, үҙемдең нәҫелдәге йор һүҙле кешеләр тураһында һөйләмәксемен. Әсәйемдең һөйләүенсә, беҙҙең нәҫелдә Ғәтифә исемле ҡарт нәнәй булған.Ул мөнәжәттәр һөйләгән, әкиәттәр уйлап сығарған. Уның балалары – Әнүәр, Абрар, Хәҙисә, Сәғит, Зәлифә һүҙгә маһир, йырҙар, таҡмаҡтар сығарып йырлай торған булған. Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары айырыуса уның ауыҙ-тел ижадында тупланған. Ә бына Хәҙисә өләсәйҙең «Яңы ай күргәндә» тигән һамағы, «Әтәсбай» исемле шиғри әкиәте, «Туй мәжлесе», «Бишек йыры» кеүек йырҙары «Дәүләкән ынйылары» исемле урындағы ауыҙ-тел өлгөләренән торған йыйынтыҡҡа индерелгән.
Бөгөнгө көндә тел өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән апайҙарым да бар. Шуларҙың береһе – Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова. Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуып үҫкән Олеся Вәкил ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын, Өфөлә тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһын тамамлай.
Филология фәндәре кандидаты Олеся Вәкил ҡыҙы әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының көнсығыш телдәр кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул – фән эшмәкәре, фольклорсы, әҙәбиәтсе, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.Уның фәнни эҙләнеү өлкәһе – мифология, фольклористика, башҡорт әҙәбиәте, шиғриәт.
Олеся Әхмәтрәхимова – 25 фәнни эш һәм шиғри публикация авторы. Улар араһында «Тау шишмәһе»(2014 йыл) шиғри йыйынтығы, «Башҡорт халыҡ эпосы «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының әҙәби версияларын һәм варианттарын сағыштырып өйрәнеү» (2018 йыл) ғилми монографияһы әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. Олеся Вәкил ҡыҙы шулай уҡ 2011йылғы регион-ара «Илһам шишмәләре» шиғри конкурс лауреаты. Ә 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдар араһында үткәрелгән «Иң яҡшы ғилми эш» конкурсында еңеп сыға.
Мин башҡорт телен яратам, беләм. Ә башҡалар телде өйрәнәме? Уларҙың ғаиләһендә үҙ телендә һөйләшәләрме? Томлап-томлап яҙылған халыҡ ынйылырын, мәшһүр яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыусы булырмы? Әллә улар бер кемгә лә кәрәкмәй, туҙан йыйып ятырмы?
Үҙемдең сығышымды Олеся Әхмәтрәхимованың «Башҡорт теле» исемле шиғри мөрәжәғәте менән тамамлайым.
«Һаумы!» – тиеп, миңә сәләм бирмә,
Кәм күренгәс башҡорт телмәре.
Бөгөн һин баш тарттың милләтеңдән,
Бөгөн һин халҡыңа таш бәрҙең.
Аҡланыуҙар артыҡ. Ата-бабаң
Аманаты аяҡ аҫтыңда.
Ни эшләрһең йәнең өшөгәндә,
Ят моң йылыта (а)лмаҫ һалҡында?
Тәүбә итеп, үкенһәң дә бер саҡ,
Ярҙам итәм тиеп, ҡуҙғалмам.
«Башҡорт бөтһөн!» тигән ғаризала
Һинең дә бит тора ҡултамғаң.
Уйланығыҙ тиҫтерҙәрем, ата-әсәләр! Әлегә һуң түгел! Һаҡлайыҡ беҙ телебеҙҙе, яҡлайыҡ беҙ илебеҙҙе!
Данил Абзалов, 7-се урта мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: