+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Февраль 2021, 20:05

"Беҙҙең мәктәп ике телдә диктант яҙҙы" -

ти ғорурлыҡ менән Яңы Йәнбәк урта мәктәбе директоры Эльвира Ришат ҡыҙы Туҡаева

Яңы Йәнбәк мәктәбе интернационал белем биреү учреждениеһы тиһәң дөрөҫөрәк булыр. Бында инде нисәмә йылдар дауамында башҡорт, татар, сыуаш ауылдары балалары белем ала. 21 фераль - Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата үткәрелгән акцияға уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа ихлас ҡушылды. Сыуаш телендә белем алған уҡыусылар Иванова Лидия Никоноровна етәкселегендә диктант яҙҙы. 23 уҡыусы, 10 уҡытыусы һәм хеҙмәткәр ошо телдә белемен һынап ҡараны. Диктантты иң яҡшы яҙыусы уҡыусылар тип Ксения Леонтьева, Антон Иванов (ул сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса республика прзеры), Елена Иванованың исемдәре аталды.
Читайте нас: