+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Февраль 2021, 20:15

Бындай мөһим сара бик кәрәкле

Шулай тип иҫәпләй Флүзә Нәғим ҡыҙы Ғиниәтуллина

Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған тәжрибәле педагог бөгөн телебеҙҙе һаҡлау өсөн бар тырышлығын һала. Яңы Йәнбәк ауылы районда иң билдәле ауылдарҙың береһе, сөнки Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов тап ошо ауылда тыуып үҫкән. Урындағы мәктәп уның исемен йөрөткәнлектән, йәнбәктәр ошо исемде аҡларға тырыша. Башҡорт теле дәрестәрендә флүзә Нәғим ҡыҙы уларҙы ер-һыу атамалары, ауыл тарихы менән таныштыра.
Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан да уҡыусыларға был көндөң әһәмиәте һәм мөһимлеге хаҡында аңлатылды. Диктанттың тексын уҡыусылар аңланы һәм уҡытыусылары әйткән һәр һүҙҙе ентекләп тыңлап, тырышып яҙҙы. Диктантта ете уҡыусы, дүрт өлкән кеше тыныш билдәләрен, туған телдәге һүҙҙәрҙең нисек яҙылышын иҫкә төшөрҙө. Был сара барыһы өөн дә файҙалы булды.
Читайте нас: