Бөгөн, 21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнөндә иебеҙҙең төрлө ҡитғаларында йәшәгән тиҫтерҙәре һымаҡ уҡ, Суйынсы мәктәбе уҡыусылары ла диктант яҙҙы. Уларға әсә теле серҙәрен Клара Үзбәк ҡыҙы Сәйәхова аса. Диктант яҙыу өсөн алдан әҙерлек барҙы: уҡыусылар теге йәки был һүҙбәйләнештең яҙылышын иҫкә төшөрҙө, ҡағиҙәләрҙе ҡабатланы. Дөйөм алғанда, Суйынсы мәктәбендә ошондай милли сараларҙы дәррәү күтәреп алалар, сөнки бөйөк Туҡай телен белмәү, уны өйрәнмәү мөмкин түгел.