-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Февраль 2021, 13:25

Ир-егеттәр байрамына арнап...

Дәүләкән ҡалаһы лицей-интернатының 6«а» класы уҡыусылары 19 февралдә байрам сараһы ойошторған.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Дәүләкән ҡалаһы лицей-интернатының 6«А» класында бөтәһе 18 уҡыусы: 10 малай, 8 ҡыҙ уҡый. Уларҙың туғыҙы башҡорт ауылдарынан булһа, тағы ла туғыҙы- Өфө, Бүздәк, Әлшәй, Дәүләкән райондарынан рус мәктәптәрендә уҡып килгән балалар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар берҙәм, татыу ғаилә булып йәшәһен өсөн тәрбиәсе апайҙары, Гөлсинә Ғәли ҡыҙы Муллағолова күп тырышлыҡ һала. Кластағы ун малайҙың һигеҙе һәм бер ҡыҙ ҡурай түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй, шулай уҡ туғыҙ малай көрәш менән дә ихлас шөғөлләнә. Мәктәптә уҙғарылған төрлө сараларҙа ғына түгел, ә районда ойошторолған конкурстар, смотрҙар, спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша 6«А»-лар. Уҙған йылда, мәҫәлән, «Тамсыҡай», «Халыҡ ынйылары», «Беҙҙең йондоҙсоҡтар» конкурстарында уңышлы сығыш яһап, 1, 2, 3-сө урындар өсөн Дипломдар яулағандар. Ошо көндәрҙә лә улар «Тамсыҡай» конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашҡан.
Ә 19 февралдә 6 «А» класы уҡыусылары лицей-интернатта Ватан һаҡсылары көнөнә арналған сараны тағы ла бер байрам – Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә лә бағышлап, саф башҡорт телендә ойошторған. Ҡыҙҙар туған телдәрендә шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап класташтарына ҡотлауҙар еткерһә, егеттәр рух күтәренкелеге биреүсе йыр-моңдар аҫтында үҙ-ара көс һынашҡан. Сара бик күңелле үткән һәм унда ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла күтәренке кәйеф бүләк иткән.
Читайте нас: