Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә 4-се лицейҙа бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программалы сара үткәрҙеләр. Уны асып, лицей педагогы Г.Ҡ. Фаруҡшина Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы уҙғарыу тарихы тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп китте, ә китапханасы С.М. Хәбибуллина үҙҙәрен һәм тыуған яҡтарын уңышлы әҙәби эшмәкәрлектәре менән данлаған ҡайһы бер яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадында туҡталып үтте. Әгәр әлегә тиклем БР һәм РФ Яҙыусылар Союзы ағзалары Рәсимә Ураҡсина, Лариса Абдуллина, Олеся Әхмәтрәхимованың исемдәре залда ултырған лицей уҡыусыларының бик аҙҙарына ғына таныш булһа, бөгөн инде улар балаларға күпкә яҡынайҙы.
Байрамға "Дим" әҙәби берләшмәһе ағзаһы, район журналистикаһы ветераны, тәржемәсе Г.И. Ғәскәрова саҡырылғайны. Ул йыйылыусыларға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы, район әҙәби берләшмәһенең эшмәкәрлеге, шулай уҡ ошо ойошма ағзаларының ижады һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Уҡыусылар "Дим" берләшмәһенең әлеге етәксеһе Минзәлә Хәлилованың ике йыл элек Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы булыуы хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уңышлы педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Минзәлә Васил ҡыҙы өс тиҫтә йылдан ашыу әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләп килә, район һәм республика матбуғатында баҫыла, шиғырҙары һәм хикәйәләренән торған йыйынтыҡтар нәшер итә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, Г.И. Ғәскәрова үҙенең әҙәби тәржемә менән шөғөлләнеүе, был ҡыҙыҡлы эштең нескәлектәре тураһында һөйләне. Бөгөнгө көндә уның багажында ике тиҫтәгә яҡын башҡорт яҙыусыһының рус теленә тәржемә ителгән алтмышлап әҫәре бар. Сығышын тамамлап, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы изгелеккә өйрәтеүсе, аҡыллы китаптарҙың йәш быуынға грамоталы, белемле, бай күңелле булырға ярҙам итеүен билдәләне һәм лицей уҡыусыларын китап менән дуҫ булырға саҡырҙы.
Осрашыу программаһы лицей уҡыусыларының сығышы менән аралашып барҙы. Улар башҡарыуында Агния Барто, Муса Йәлил, беҙҙең райондың һәләтле шағирәһе Ольга Шелестың (Любовь Бахтина) шиғырҙары яңғыраны, йыр-бейеүҙәр күрһәтелде.
Байрам аҙағында лицей директоры Ф.Ҡ. Ахунйәнова китап уҡыуҙың файҙаһы һәм әһәмиәтен тағы ла бер тапҡыр билдәләп үтте һәм сарала ҡатанышусыларға әҙәбиәт, нәфис һүҙ менән ҡыҙыҡһыныуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.