+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Октябрь 2021, 10:00

Спортты һәр кем яратырға тейеш

Уҡытыусым, һинең алдыңда оло хөрмәт менән баш эйәм Мәктәп... Был һүҙ һәр кемдең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған. Ул үҙенең класс бүлмәләре, аҡбур менән яҙып тултырылған таҡталары, ҡайҙалыр юғалып ҡалған көндәлектәр, тәүге һөйөү, етди уҡытыусылар, ата-әсәләрҙең өгөт-нәсихәттәре, көҙгө елдәр хөкөм һөргән мәктәп ихатаһы менән беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә урын алған. 5 октябрҙә Рәсәйҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан үҙемдең уҡытыусым тураһындағы иҫтәлектәр менән уртаҡлашам. Алдағы яҙмам Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Дамир Сабир улы Әхмәтвәлиев тураһында.

Спортты һәр кем яратырға тейеш
Спортты һәр кем яратырға тейеш

Физик культураның өҫтөнлөгө - балаларҙы тәртипкә өйрәтеүҙә. Спортсы булыу мотлаҡ түгел, әммә спорт менән һәр кем шөғөлләнергә тейеш. Дәүләкән районы  Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең элекке физкультура уҡытыусыһы Дамир Сабир улы Әхмәтвәлиев тап шулай иҫәпләй.

Дамир Сабир улы 1948 йылдың 4 ғинуарында Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Үҙ ауылында – һигеҙ йыллыҡ, күрше Мәкәш ауылында урта мәктәптә белем алған. Уҡыуын тамамлаған йылда Совет Армияһы сафтарына саҡырыла. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, спорт яратыусы егет Мәкәш урта мәктәбендә 1970-1971 уҡыу йылында физик культура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ошо көндән алып бар ғүмерен балаларҙы физик яҡтан үҫтереүгә бағышлай ул. Түбән кластарҙа ла, өлкән кластарҙа ла дәрестәр уҙғарырға тура килә. «Төрлө йәштәге балалар өсөн дәрестәр бер-береһенән ныҡ айырыла, әлбиттә, - ти бай тәжрибә туплаған уҡытыусы. -  Бәләкәйерәктәр иғтибар менән һинең нимә эшләгәнеңде ҡарай, артыңдан ҡабатлай, шуға бөтәһен дә үҙемә күрһәтергә тура килә ине. Ә өлкәндәргә инде, киреһенсә, һүҙ менән аңлата белергә кәрәк булды. Уларға спорт һәм физик культураның ни тиклем мөһим икәнлеген йыш раҫларға тура килде».

Педагогтың эш стажы бик ҙур. Ул үҙенең һөнәренә 41 йыл ғүмерен бағышлаған. «Уҡытыусы һөнәрен мин иң мөһим, кәрәкле һәм ихтирамға лайыҡ һөнәр, тип иҫәпләйем, - ти Дамир Сабир улы, - шуға тормошомдо тап ошо эшкә арнаным. Бала сағымдан уҡ үҙемде тик физкультура уҡытыусыһы итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем, айырыуса саңғы спортын яраттым».

Уҡыусыларының барыһы ла бер аҙ уҫал, әммә ғәҙел уҡытыусларын ихтирам итә. Ул ауылдың күп балаларында физик культураға һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләй алған тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Уның дәрестәрендә бер кемгә лә бошоноп ултырырға рөхсәт ителмәй – һәр кем ҡулынан килгәнсә спорт менән шөғөлләнә. Аҡланға футбол уйнарға сыҡҡан ваҡыттарҙа хатта ҡыҙҙар ҙа егеттәрҙән ҡалышмай, улар менән бер рәттән рәхәтләнеп туп тибә. Дамир Сабир улы ауыл балалары өсөн баскетбол, волейбол, саңғы түңәрәктәре ойоштора. Ул етәкләгән түңәрәк саңғысыларының даны ауылда, районда ғына түгел, хатта республикала ла яҡшы билдәле булды. Күп тапҡырҙар район ярыштарында еңеп сыҡҡан Фәнис Яхин, Харис Кәбиров, Наилә Ғәзизова, Рәфис Мәкәримов, Азамат Шәйәхмәтов, Ғәлиә Дәүләтова - Дамир Әхмәтвәлиев тәрбиәләгән саңғысылар. Фәнис Яхин һәм Ғәлиә Дәүләтова иһә бер нисә республика ярышында ла ҡатнашты һәм призлы урындарға лайыҡ булды.  Ярыштарға, туристик слеттарға барғанда, педагог тәү сиратта үҙен түгел, уҡыусыларын ҡайғыртты. Бер ваҡыт саңғы буйынса район беренселегенә килгәндә, беҙҙең командаға ҡунаҡханала урын етмәүе, Дамир Сабир улының «спортсылар»ын үҙенең таныштары, туғандарына фатирға илтеп урынлаштырып йөрөүе хәтергә һеңеп ҡалған. Остаздары уларҙы үҙ балаларылай күргәнгә, уға һөйөү менән яуап итеп, саңғысыларҙың шул йылдарҙағы бер нисә быуыны төрлө ярыштарҙа гел призлы урындар яулай.

Хеҙмәт стажының егерме йылдан ашыуын ул физик культура дәрестәрен алып барыу менән бер рәттән уҡыусыларҙы башланғыс хәрби әҙерлек серҙәренә лә төшөндөрҙө. Уҡытыусының хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, дипломдар менән билдәләнгән.

Дамир Сабир улы бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Әммә, уға иҫтәлектәр менән генә йәшәргә әле иртәрәк. Тәжрибәле педагог бөгөнгө көндә лә ауылда уҙғарылған ярыштарҙың уртаһында ҡайнай. Хәҙер инде үҙе саңғыла йөрөмәһә лә, судья булып, бөтә спортсыларҙы баһалауҙа ҡатнаша.

Байрам уңайынан тәжрибәле уҡытыусыға бөтә тәрбиәләнеүселәре исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткереп, тағы ла оҙаҡ йылдар уның уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн өлгө булып ҡалыуын теләйһе килә.  

 

Спортты һәр кем яратырға тейеш
Спортты һәр кем яратырға тейеш
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: