Уның тураһында бәйән итерҙән алда, күңелдә: «Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?» - тигән һорау тыуа һәм уға яуап итеп, С. Ростоцкийҙың «Дүшәмбегә тиклем йәшәйек» тигән фильмы һәм ундағы тарих уҡытыусыһы Илья Семенович күҙ алдына килә. Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Фларит Ғәли улы Нурғәлиев та тап шундай уҡытыусыларҙың береһе.
Ул 1957 йылдың 7 майында Башҡортостандың Бишбүләк районы Аҙнай ауылында тыуған. Башланғыс белемде лә ошонда ала. Артабан уларҙың ғаиләһе Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылына күсенә. Фларит Нурғәлиев урындағы мәктәптә һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, 1972 йылда Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1976 йылда ҡулына диплом ала. 1976-1977 уҡыу йылында хеҙмәт юлын Буранғол ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Артабан – әрме сафтары. Унан демобилизацияланғас, Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенә эшкә урынлаша. 1981 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. 1979-1987 йылдарҙа ошо мәктәптә - тарих уҡытыусыһы, ә 1987-1991 йылдарҙа уның директоры була.
Фларит Ғәли улында белем алыусылар уның класс бүлмәһенә килеп инеү менән, янып киткән күҙ ҡарашын яҡшы хәтерләйҙер. Ул йылдарҙа мәктәптә беҙ бер бүлмәнән икенсеһенә күсеп йөрөмәй инек, шуға уҡытыусылар бөтә күрһәтмә пособиеларҙы үҙҙәре менән алып инә торғайны. Ҡыңғырау шылтырау менән ҡултыҡ аҫтына карталар, ниндәйҙер һүрәттәр ҡыҫтырып, класҡа килеп инә, уларҙың бөтәһен дә беренсе партаға илтеп һала һәм яңы теманы аңлата башлай, дежурныйҙар карталарҙы элгәнсе, беҙҙе мауыҡтырғыс боронғо илдәргә алып китә, уларҙың тарихы менән таныштыра, һәр баланың күңелендә йондоҙҙар һәм нурҙар ҡабыҙа ала ине. Һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы, сағыу шәхес булған уҡытыусыбыҙҙа педагогик һәм кешелек сифаттары бер бөтөн итеп тупланған. Ул беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға ауыр минутта йылы һүҙен, ҡарашын таба, күңелдәребеҙҙә ышаныс һәм өмөт осҡоно ҡабыҙа белде. Үҙенә һөнәр һайлаған көндән алып, Фларит Ғәли улы ғүмере буйына уға тоғро ҡалды, 43 йыл дауамында үҫеп килеүсе быуынды белем тауҙарына алып менде, башҡа уҡытыусыларҙан йомшаҡ, әммә ныҡышмалы эш стиле менән айырылып торҙо. Балаларҙа үҙҙәренең халҡына, уның Бөйөк ватан һуғышында күрһәткән батырлығына ғорурлыҡ, туған телгә ихтирам һәм уны өйрәнеү теләге, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләргә тырышты, сөнки ысын илһөйәрлек сифаттарын ошоларҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Уның фиҙакәр хеҙмәте, тормошто яратыуы тәрбиәләнеүселәренең һәр ҡайһыһы өсөн иң яҡшы кешелек сифаттарының өлгөһө булып торҙо. Шуға уҡыусылары ла уны ихтирам итте.
Кешене уның эштәренә ҡарап баһалайҙар. Фларит Нурғәлиевтың хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, күп һанлы дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Әммә тәрбиәләнеүселәренең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған уҡытыусы өсөн төп бүләк – уҡыусыларының һөйөүе һәм ихтирамы.
Эйе, уҡытыусыға бик күп матур һүҙҙәр бағышланған. Бөгөн беҙҙең күҙ алдында илебеҙ ҙә, мәктәптәр ҙә үҙгәрә. Хәҙерге заман педагогының тормошо ла, йәмғиәт тормошо менән бергә алға атлай. Был һөнәр уны һайлаған кешенән төплө белем генә түгел, рухи көс тә, сыҙамлылыҡ та, хатта ниндәйҙер кимәлдә ҡаһарманлыҡ та талап итә һәм ошо ҡатмарлыҡтар, ауырлыҡтарға ҡарамай, ғүмерҙәрен еңел булмаған уҡытыусы һөнәренә бағышлаусылар булыуы ҡыуаныслы.