-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Декабрь 2021, 22:50

Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Был арҙаҡлы милләттәшебеҙгә хөрмәт күрһәтеү буласаҡ

Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл ҡуйыласаҡ

24 сентябрҙә арҙаҡлы милләттәшебеҙ, башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Һамар башҡорто Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 129 йыл тулды. Ул - беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы .

Ғәббәс Дәүләтшин Һамар губернаһы, Николаев өйәҙе Ташбулат-Күстән (хәҙерге Һамар өлкәһе, Оло Глушица районы, Таш-Күстән ауылы) ауылында тыуған.

18 сентябрҙә ғалимдың тыуған ерендә, Оло Глушица районының Таш-Күстән ауылында ғалимдың тыуған көнө айҡанлы, уны иҫкә алыу сараһы ойошторолдо. Унда район вәкилдәре, ауыл халҡы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, әүҙем милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Ғәббәс Дәүләтшин рухына бағышлап, доға уҡылды, яҡташтары уның ҡаҙаныштарын иҫкә алды.

2020 йылда Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт университетының роман-грек филологияһы факультеты бинаһында билдәле шәхес Ғәббәс Дәүләтшинға таҡтаташ асылғайны. Уны асыу тантанаһында ғалимдың туғандары, Һамар өлкәһе Таш-Күстән ауылынан яҡташтары, республиканың ғалим-филологтары, тарихсылары, БР Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, БР Яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар Ғәббәс Дәүләтшиндың башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән тос өлөшөн билдәләп үтте, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәттәренә арналған ҡыҫҡа, әммә ялҡынлы ғүмере тураһында ихлас һүҙҙәр әйтте. Һуңынан мәшһүр ғалим башҡарыуында граммофон яҙмаһында һаҡланып ҡалған «Урал» йырын тыңлау тулҡынландырғыс бер ваҡиға булды.

Хәҙер инде Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Ата-бабалар ауазы» грант проектына ярашлы, ғалимдың тыуған яғында, Һамар өлкәһенең Ҙур Глушица ауылында, уға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Һәйкәл скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. 

Һәйкәл асыу тантанаһында Һамарҙан, Башҡортостан Республикаһынан  почетлы ҡунаҡтар, төрлө милли ойошма вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Һәйкәл асыу тантанаһын Башҡортостандың визит карточкаһы булған «Мираҫ» йыр-бейеү фольклор ансамбленең сығышы биҙәйәсәк.

Фото: rus.bashgazet.ru

 

 

 

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: