+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Ғинуар 2022, 21:25

"Аҡмуллаға эйәреп..." конкурсы үтте

Ул бөйөк мәғрифтсенең тыуыуына 190 йыллығы айҡанлы ойошторолдо

"Аҡмуллаға эйәреп..." конкурсы үтте
"Аҡмуллаға эйәреп..." конкурсы үтте

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты "Аҡмуллаға эйәреп..." тигән төбәк-ара әҙәби конкурс уҙғарҙы. Ул М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы һәм РФ төбәктәре мәктәптәренең 10-11-се класс уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учрежедниелары студенттары ҡатнашты. 

Башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, туған телгә һәм туған мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү Конкурстың төп маҡсаты булды.Жюри ағзалары конкурсҡа ебәрелгән материалдарҙы өйрәнеп, шиғри әҫәр, проза әҫәре, инша кеүек өс номинация буйынса еңеүселәр һәм призерҙарҙы билдәләне.

2021 йылдың декабрендә был конкурсҡа йомғаҡ яһалды. 

Дәүләкән районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы 4-се лицейҙың 10-сы класс уҡыусыһы Алтынай Әғлиуллина (етәксеһе Нурсилә Минислам ҡыҙы Ниғмәтуллина) "Шиғри әҫәр" номинацияһы призеры булды. 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: