+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Февраль 2022, 17:05

«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»

Уҡыусылар хыялдарын тормошҡа ашырырға булды. Нисек итеп икәнен артабан уҡығыҙ

«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»

5-се гимназия уҡыусылары инициативалы бюджетлау программаһында ҡатнашырға һәм үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам алырға ҡарар итте. Уҡыусылар тарафынан бик күп идеялар тәҡдим ителде. Шуға күрә ниндәй объект тормошҡа ашырыласағы тауыш биреү юлы менән һайланды.

Мәктәп командалары «Мәктәп кейенеп-сисенеү бүлмәһенән башлана», «Ял итеү», «Гимназияла гимнастика», «Уйын терапияһы» һәм  хатта «Englich Room» кеүек яңы ғәжәйеп алты технология тәҡдим итте. Әүҙем көрәштә гимназияның ижади үҙәге буласаҡ яңы тамаша залы тураһындағы «Хыялға табан барам!» проекты еңеп сыҡты. 8 «А»класы  балалары яңы заманса музыкаль ҡорамалдар,тауыш яҙҙырыу студияһы һәм матур биҙәлеш кеүек үҙенсәлекле тәҡдим индерҙе. «Диңгеҙ-тулҡындар буйлап» тип аталған диңгеҙ стилендәге биҙәлеш проекттың фишкаһы булып тора .

«Был карап ҡайҙа юл тотасаҡ?» - тигән һорауға балалар: «Әлбиттә, хыялға - «5-се гимназия» карабының берҙәм экипажына әйләнәсәк уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ижади ҡунаҡтар менән бергәләп дәрестәр һәм концерттар, ансамблдең һәм халыҡ берләшмәләренең репетициялары үтәсәк заманса тамаша залына», - тип яуап бирҙе.

 Автор: Татьяна Сәғәҙиева.

«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
«Мәктәптә ижади үҙәк булыуын теләйбеҙ!»
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: