-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Июнь 2022, 17:00

Башҡортостан уҡыусылары «Белем йәйе» махсус проектының онлайн-курстарын бушлай үтә ала

«Белем йәйе» - educont.ru сайтында һанлы белем биреү контенты каталогында курстар һайлап алыу мөмкинлеге ул.

Башҡортостан уҡыусылары «Белем йәйе» махсус проектының онлайн-курстарын бушлай үтә ала
Башҡортостан уҡыусылары «Белем йәйе» махсус проектының онлайн-курстарын бушлай үтә ала

Ул «Һанлы иҡтисад» милли программаһының «Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Бында уҡыусылар өсөн 340-тан ашыу аң-белемде үҫтереүсе курстар тупланған. Проект яңы мәғлүмәтте һөҙөмтәле үҙләштереү өсөн уйын элементтары булған интерактив форматта төҙөлгән. educont.ru сайтында теркәлгәндән һуң 1 июндән 1 сентябргә тиклем инергә мөмкин. Материалдар менән уҡытыусылар, уҡыусылар, техникум һәм колледж студенттары файҙалана ала. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә айырым курстар әҙерләнгән.

Контент башланғандан алып Рәсәйҙә 200 меңдән ашыу ҡулланыусы теркәлгән. Улар араһында - 1 619 уҡытыусы һәм 209 262 уҡыусы. Иң популяр курстар: программалау, рус теле, астрономия, шулай уҡ олимпиада эштәре йыйынтыҡтары.

Башҡортостанда һанлы белем биреү курстарына тәүгеләрҙән булып Борай ауылының 2-се гимназияһы ҡушылды. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө ресурстарҙың модификациялы контентына бушлай инә ала. Мәктәп уҡыусылары «Белем йәйе» махсус проектында әүҙем ҡатнаша һәм әле үк үҫтереүсе курстарҙы үҙләштерә башлаған. Унда программалау, йәйге һанлы дәфтәрҙәр, олимпиадаларға әҙерләнеү, мәктәп программаһын ҡабатлау, финанс белем нигеҙҙәре, шахмат уйыны дәрестәре, Берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтиханы өсөн күнекмә варианттары кеүек эштәр менән ҡыҙыҡһыналар.

Борай ауылындағы 2-се гимназияның һанлы белем биреү контенты (ЦОК) мәктәп администраторы, физика уҡытыусыһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Ғәлиева «Белем йәйе» проектының һорау менән файҙаланған материалдарынан  бушлай ҡулланыу өсөн уникаль мөмкинлек булыуын билдәләне. Бының өсөн  һанлы белем биреү контентының (ЦОК) телефонын һәм мобиль ҡушымтаһын ғына белергә кәрәк. Уҡытыусы республиканың барлыҡ мәктәптәрен махсус проектҡа ҡушылырға һәм контентты әүҙем ҡулланырға саҡырҙы, сөнки был - һанлы өлкәлә белемде камиллаштырыу мөмкинлеге.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: