Ошондай почетлы исемгә Дәүләкән башҡорт лицей-интернатының Зөлфиә Сабир ҡыҙыТеникеева етәкселегендәге 7 А класс уҡыусылары лайыҡлы тип танылды. Директор Артур Шәйгәрҙән улы Солтанов билдәләүенсә, был һайлау осраҡлы түгел. Етенселәр -яҡшы уҡыуҙары, өлгөлө тәртиптәре менән айырылып торған дуҫ һәм берҙәм класс. Балалар спорт менән әүҙем шөғөлләнә, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төрлө түңәрәктәргә йөрөй, бер-береһенә уҡыуҙа ярҙам итә, мәктәп һәм район сараларында әүҙем ҡатнаша. Тик шундай уңышлы класс ҡына данлыҡлы яҡташыбыҙ исемен йөрөтөргә хоҡуҡлы.
Хәҙер етенсе класс уҡыусыларының үҙ флагы барлыҡҡа килде - ул 112-се гвардия кавалерия дивизияһы байрағының бәләкәйләтелгән күсермәһе. Ул класс бүлмәһендә айырым урын биләйәсәк һәм уҡыусыларға үҙенсәлекле класс булыуҙары хаҡында хәтерләтеп торасаҡ. Лицеистар өсөн патриотик йүнәлеш булып генерал Шайморатов образы тора. Лицейҙың иң яҡшы ҡурайсыһы Тамерлан Латипов кластың байраҡ йөрөтөүсе итеп һайланған. Тантаналы мәктәп сараларында башҡорт атлыларының данын сағылдырған туҡыманы ғорурланып йөрөтәсәк. Лицей етәкселеге «шайморатовсылар» класы өсөн махсус тегелгән мәктәп формаһына заказ биргән. Ошо көндәрҙә ҡайтарыласаҡ тип көтөлә2022 йылдың 11 октябрендә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Өфөлә «шайморатовсылар» сафына ҡабул итеү тантанаһы була, унда патриотик класта шөғөлләнеүселәрҙең ҡатнашыуы планлаштырыла.