Күптән түгел генә төҙөкләндерелгән ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы ғына түгел, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар ҙа йыйылды. Райондан тыш республикала ла танылыу яулаған “Салкус” ансамблен ҡотларға килгән ҡунаҡтар; Сыуаш республикаһы йәмғиәте рәйесе Ю.П. Михайлов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов, Суйынсы ауылы хакимиәте башлығы Р.А. Сәфәрйәнов, “Канаш” башҡарма комитеты рәйесе И.С. Ильина сарала ҡатнашыусыларға ижади уңыштар һәм күтәренке кәйеф теләне. Ансамблгә бар тырышлығын һалған етәксе Маргарита Анатольевна Петровнаға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ирина Николаевна “Канаш” башҡарма комитеты рәйесенә, “Иң шәп ауыл китапханасыһы” федераль грантына эйә булған Суйынсы-Николаевка ауылы китапханасыһы Л.М. Кузьминаға, сыуаш теле уҡытыусыһы Л.В. Исаеваға,Чебоксар ҡалаһында үткән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып еңеү яулаған туғыҙынсы класс уҡыусыһы Яна Владимироваға һәм башҡаларға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.