-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Июнь 2018, 13:14

Мажаралар көтәһегеҙме? Китапханаға килегеҙ!

Компьютер уйынында түгел, ә иптәштәрең менән бергә ысын тормошта мауыҡтырғыс ярыш үтеү – бына исмаһам мажара! Шул уҡ ваҡытта һин бик күп ҡыҙыҡлы яңылыҡ беләһең, үҙ көсөңдө, зирәклегеңде һынап ҡарайһың. Һәм былар бөтәһе лә тыуған ҡалаң китапханаһында.

Компьютер уйынында түгел, ә иптәштәрең менән бергә ысын тормошта мауыҡтырғыс ярыш үтеү – бына исмаһам мажара! Шул уҡ ваҡытта һин бик күп ҡыҙыҡлы яңылыҡ беләһең, үҙ көсөңдө, зирәклегеңде һынап ҡарайһың. Һәм былар бөтәһе лә тыуған ҡалаң китапханаһында.
Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре йыл һайын үткәрелеп килгән «Китапханалар төнө» сараһында ҡатнашыусылар өсөн тап ошондай танып-белеү уйынын ойошторҙо. 4-се лицейҙың етенсе класс уҡыусылары «Алға, үткәндәргә табан» тип аталған һынау этаптарында төрлө заданиелар үтәне, уларҙың маҡсаты төп фразаны төҙөү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе табыу ине. Балалар китапхана буйлап экскурсия яһаны, уның бөтөн бүлектәрендә булды һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе яҡшы белеүҙәрен күрһәтте.
«Китапханалар төнө-2018» программаһын «Көмөш юлаҡтар» клубы ағзалары менән осрашыу дауам итте. Үҙәк китапхананың уҡыу залында сараны ойоштороусылар 19 быуат мөхитен булдырырға тырышҡан, бында сәй табыны әҙерләнгәйне, майшәмдәр тоҡандырылғайны, ошо дәүерҙә ижад иткән авторҙарҙың әҫәрҙәре хаҡында әңгәмә ҡоролғайны. Уҡыу залында И.С. Тургеневтың китаптарынан күргәҙмә эшләнгәйне.
Был ваҡытта тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Серҙәштәр» башҡорт-татар клубының ултырышы барҙы. Унда йөрөүселәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын иҫкә алып, «Ваҡыт һәм хәтер» тигән тарихи-әҙәби сәйәхәт яһаны. Күптән түгел «Башҡортостан» гәзитендә «Сирень сәскәләре» тип аталған хикәйәһе донъя күргән Г.Ҡ. Саматова үҙ ижады менән уртаҡлашты.
Йәш әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн балалар китапханаһында мауыҡтырғыс саралар үтте. Бында 5-се гимназияның башланғыс кластар уҡыусылары күңелле уйындарҙа һәм викториналарҙа ҡатнашты. Балалар яратҡан әкәиәт геройҙары (китапхана хеҙмәткәрҙәре) менән бергәләп, «Ғаилә хазинаһы һандығын» асты, бында улар бик күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр тапты, шәжәрә төҙөргә өйрәнде, ғаилә йолалары хаҡында һөйләште. Бынан тыш, «Ғаилә бәхете сәскәһен» йыйҙы, уның таждарына ғаилә именлегенең нигеҙен тәшкил иткән туғанлыҡ, мөхәббәт, хәстәрлек, татыулыҡ, һаулыҡ кеүек һүҙҙәрҙе яҙҙы.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар бик теләп зарядка яһаны, быйыл тыуыуының 200 йыллығы билдәләнәсәк И.С. Тургеневтың әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән флеш-мобта ҡатнашты, йәнһүрәт ҡараны. Сара аҙағында өҫтәл артына йыйылып, сәй эстеләр, төрлө илдәрҙең сәй эсеү йолалары менән таныштылар.
Читайте нас: