+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Июль 2018, 12:54

Баш ҡалаға сәйәхәт

Тыуған яҡты өйрәнеү сиктәрендә Рассвет мәктәбе уҡыусылары Дәүләкән ҡалаһы һәм районы буйлап ике сәйәхәт ҡылды, Өфө ҡалаһына барыу өсөнсөһө булды

Тыуған яҡты өйрәнеү сиктәрендә Рассвет мәктәбе уҡыусылары Дәүләкән ҡалаһы һәм районы буйлап ике сәйәхәт ҡылды, Өфө ҡалаһына барыу өсөнсөһө булды
Был экскурсияла 5-7 кластан 20 уҡыусы һәм класс етәкселәребеҙ Н.С. Зәйнетдинова менән Е.Э. Калашнева ҡатнашты. Баш ҡалаға инде күптәр онотоп бөткән электропоезд менән барҙыҡ.
Иң тәүҙә Урмансылар паркына туҡталдыҡ. Төлкө, бүре, айыу, һары төлкө, дөйә, ҡыр сусҡаһы, йорт һәм ҡыр ҡоштарын күрҙек, уларҙың үҙҙәрен нисек тотошон күҙәттек.
Тыуған яғыбыҙҙың флора һәм фаунаһы менән танышыу Урман музейында дауам итте. Шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа иғтибарлы тыңлаусыға әйләнде. Бында беҙ Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы белдек. Башҡорттарҙың боронғо шөғөлө – умартасылыҡҡа арналған зал, ата-бабаларыбыҙҙың эш ҡоралдары, көнкүреш предметтары, кейемдәре юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Киләһе туҡталыш лимонарий булды. Үҙебеҙҙе йылы яҡта итеп хис иттек (йылы +31 градус), ҡояшлы, пальмалар, лимондар, мандариндар, лавр ағасы һәм башҡа тропик ағастар үҫеп ултыра. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ!
Ваҡыт яғы ҡыҫынҡы булһа ла, Өфөгә килеп, Салауат Юлаев майҙанын күрмәйенсә китеү мөмкин түгел. Беҙ майҙан буйлап үттек, һәйкәл һәм Ағиҙел йылғаһы фонында фотоға төштөк, сувенирҙар һатып алдыҡ, һуңынан Яҡутов паркына киттек. Мәңгелек ут эргәһендә һуғыш йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алдыҡ, скульптураларҙы ҡараныҡ, спорт майҙансығында уйнаныҡ, Һалдат күле яры буйлап йөрөнөк.
Ҡайтҡанда ла электропоезға ултырҙыҡ. Тәьҫораттар иҫ китмәле. Уҡытыусыларҙың һөйләгәндәре, бер ниндәй видеофильмдар, методик әсбаптар ҙа экскурсия һымаҡ тулҡынландырғыс тәьҫир итә алмауына йәнә бер инандыҡ.
Читайте нас: