+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Август 2018, 11:48

Өршәк буйы уйындары

7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә”Өршәк буйы уйындары” тип исемләнгән республика байрамы үтте

7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә”Өршәк буйы уйындары” тип исемләнгән республика байрамы үтте
Байрамды тантаналы асыуҙа Ауырғазы районы муниципаль район хакимиәте башлығы З.Я. Иҙрисов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р.Р. Ишсарин, “Мең ырыуы” төбәк ойошмаһы рәйесе А.Д. Тимербулатов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ә.М. Ишемғолов, республика Башлығы ярҙамсыһы Р.Р. Ишмөхәмәтов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, “Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы” ойошмаһы президенты В.И. Ильясов йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләне. Сараны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Ауырғазы районы муниципаль район хакимиәте, төрөмбәттәрҙең Өфө ҡалаһындағы яҡташтар ойошмаһы, “Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы” ойошмаһы.
Исеменән үк күренеүенсә, Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан райондар байрамдың иң әүҙем ҡатнашыусылары булды. Был Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө райондары командалары.
“Өршәк буйы уйындары” – меңле ырыуы башҡорттарына хас булған уйындарҙы, йолаларҙы, ярыштарҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған фольклор байрам. Уларҙы күҙәтеп кенә ҡалмайынса, был уйындарҙа үҙең дә ҡатнашырға мөмкин.
Байрамда халыҡ һәм спорт уйындары, ат сабышы, көрәш, төрлө конкурстар, фольклор коллективтарҙың һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралғайны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында “Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге” тигән майҙансыҡ эшләне.
“Замана” (Әлшәй районы), “Халыҡ ынйылары” (Миәкә), “Юрматы” (Стәрлетамаҡ), “Йыйын” (Ауырғазы), “Ялан сәскәләре” (Дәүләкән), “Гөлнәзирә” (Ауырғазы районының Үтәймулла һәм Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорттары) фольклор коллективтары килгән ҡунаҡтарҙы тирмәләр эргәһендә ихлас ҡаршыланы, милли ашамлыҡтарҙан ауыҙ иттерҙе. Дәүләкән районы командаһы өс диплом һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Меңле ырыуы башҡорттарының тәүге халыҡ байрамы һәүәҫкәр артистарҙың һәм башҡарыусыларҙың ҙур концерты менән дауам итте.
Өршәк буйына килгән кешеләрҙең һәр береһе был көндө рухи берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғолары кисерҙе. Ағалы-ҡустылы Вәкил һәм Юнир Ильясовтарҙың инициативаһы менән ойошторолған сара яҡшы кәйеф, көс-дәрт бирҙе.
Беҙҙең район командаһына ярҙам иткәндәре өсөн Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновҡа, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе З.Н. Ғайсинға, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимовҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: