0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Декабрь 2018, 12:36

Беҙ – Дим буйынан!

Өфө ҡалаһында, Конгресс-холл бинаһының тамашалар залында Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” тип аталған фестиваль үттеУнда республиканың төрлө райондарынан алтмыштан ашыу һәүәҫкәр коллективтар сығыш яһаны.

Өфө ҡалаһында, Конгресс-холл бинаһының тамашалар залында Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” тип аталған фестиваль үтте
Унда республиканың төрлө райондарынан алтмыштан ашыу һәүәҫкәр коллективтар сығыш яһаны.
Иң көслө коллективтар рәтендә республика сәхнәһендә баҫып тороу күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уятты. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Ә. Шафиҡованың сәләмләүенән һуң сәхнәгә бер-бер артлы һәүәҫкәр коллективтар сыға башланы. Милли костюмдар, халҡыбыҙҙың дәртле йыр-моңдары, халыҡ ҡоралдары сараға үҙенсәлекле төҫ бирҙе.
Йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа, уларҙы үҫеп килеүсе быуынға еткереүҙә ошондай байрамдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бында милли рух һиҙелә, фекерҙәштәр туплана. Һәр төбәк үҙенә генә хас йолаларын күрһәтте.
Районыбыҙ данын район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Кифая Минеғолова етәкселегендәге “Дим” фольклор ансамбле яҡланы. Рәлиә Әйүпова, Дамира Муллабаева, Наилә Тәүлийәрова, Флүзә Ноғоманова, Рәзинә Гәрәева, Юлиә Йәһүҙина, Рафаэль Дәүләтбаев, Ирек Хаматов, Фәнил Хәйретдинов, Илсур Әхмәтшин үҙҙәренең сығышы менән тамашасы һөйөүен яуланы. Залдағылар дәүләкәндәрҙең сығышын ихлас ҡабул итте.
Фольклор коллективҡа киләсәктә яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: