+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ғинуар 2019, 14:15

Ай-һай, үҙҙәре, Янып тора күҙҙәре!

Өфө ҡалаһында «Байыҡ» телевизион конкурсының гала-концерты ҡатнашыу дәүләкәндәрҙә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы

Өфө ҡалаһында «Байыҡ» телевизион конкурсының гала-концерты ҡатнашыу дәүләкәндәрҙә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы
Проекттың маҡсаты-башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлау, популярлаштырыу, республика ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән йыйылған башҡарыусылар араһында сәнғәткә һәм хореографияға һөйөүҙе нығытыу.
Был матур байрамда беҙҙең райондың “Дим ҡарлуғастары” хореография коллективы (етәксеһе Зәйтүнә Ғизам ҡыҙы Заманова) дипломант исемен яуланы һәм ҡиммәтле бүләккә эйә булды.
-Шәхсән үҙем һәм ансамбль өсөн «Байыҡ» сираттағы имтихан тип һанайбыҙ, һәр этап алдынан тулҡынланыу кисерәбеҙ. Гала-концертҡа эләгеүебеҙгә бик шатбыҙ, иң яҡшы исемен аҡларға тырыштыҡ. Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн жюри ағзаларына һәм тамашасыларға ҙур рәхмәт,- тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Зәйтүнә Ғизам ҡыҙы.
Беҙ бейеүселәребеҙгә ижади үҫеш теләйбеҙ, яңы еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: