Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында Алға ауылы мәҙәниәт йортонда «Кис ултырыу» байрамы үткәрелде. Һарыҡ йөнөн эшкәртеү бик мәшәҡәтле, ҡатмарлы шөғөл булһа ла, ауылым уңғандары ул эште ҙур ҡәнәғәтләнеү, күтәренке кәйеф менән башҡара. Байрамда ошо ауылдан ике команда - «Алға» һәм «Маяҡ» командалары бер- береһе менән ярышты. Баһалама ағзалары һайланғас, командалар йырҙарын, девиздарын тәҡдим иттеләр. Белеүебеҙсә, тәүҙә йөндө мамыҡ кеүек йомшаҡ итеп тетергә кәрәк. Ошо конкурс башланыр алдында ике команданан берәр кеше – Әнисә Хәбирова һәм Гүзәл Сәлихова һикегә сәскә бәйләргә ултырҙы. Хәлиҙә Солтанова һәм Зилә Ҡаһармановалар йөн теткән арала, командалағы апайҙар күмәкләп таҡмаҡтар йырланы. Рәшиҙә Минекәй һәм Лилиә Ғәйнетдинова апайҙар әҙер йөндө Алмаз Ғәзизовтың ҡурай моңдары аҫтында кемуҙарҙан егєрләп тә ҡуйҙылар. Йөн ебе уратылған орсоҡтарҙы баћалама аѓзаларына тапшырғас, өсөнсө конкурс – сиратыу башланды. Фәрзимә Фазылова һәм Минелиә Тимербаевалар күмәк йыр барышында һә тигәнсе орсоҡтарҙы бейетеп, сиратып та ҡуйҙылар. Рәшиҙә Минекәй һәм Фәрзәнә Хәсәншина йөндө аяҡлап, йыуып ҡуйған арала тамашасылар Минелиә Тимербаева башҡарыуында мөнәжәт, Фәрзимә Фазылова башҡарыуында «Сәлимәкәй» йырын тыңланы. Бәйләм бәйләүҙә Зилә Ҡаһармановаға тиңдәр табылманы. Командалар бәйләгән әйберҙәрен бергәләп күрһәтте.
Фәрзәнә Хәсәншинаның моңло йырҙары, «Ҡоҙаса» скетчы алҡыштарға күмелде. Күңелле ярышта баһалама ағзалары ике команданың да өлгөр булыуҙарын, дуҫлыҡ еңеүен белдерҙе. Театр йылы айҡанлы байрам һуңында тамашасыларға Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһынан өҙөк күрһәтелде.