-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2019, 17:54

Тамашасылар алдында серле донъя асылды

Ауыл мәҙәниәт йортонда театр - үҙенсәлекле күренеш, шуның өсөн район Мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән башҡорт халыҡ театры коллективы художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар менән берлектә «Серле шаршау» тип исемләнгән театрлаштырылған концерт программаһы әҙерләп, Ҡаҙанғол, Соколовка филиалдарында сығыш яһаны.

Ауыл мәҙәниәт йортонда театр - үҙенсәлекле күренеш, шуның өсөн район Мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән башҡорт халыҡ театры коллективы художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар менән берлектә «Серле шаршау» тип исемләнгән театрлаштырылған концерт программаһы әҙерләп, Ҡаҙанғол, Соколовка филиалдарында сығыш яһаны.
Сара халыҡ театры етәксеһе Айһылыу Ҡотлояр ҡыҙы Латыпованың сығышы менән башланып китте. 2019 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Указы менән Театр йылы тип иғлан ителеүен билдәләп, ул киләсәктә театр коллективы республикала, район һәм халыҡ театрҙарының эшмәкәрлеге, коллективтың киләсәккә пландары менән таныштырҙы, артабан сәхнәгә үҙешмәкәр артистарҙы саҡырҙы. Был көндө тамашасылар ғәжәйеп минуттар кисерҙе, ауыл сәхнәһендә үҙешмәкәр артистарҙың сығышы, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарау рухи аҙыҡ бирәҙе, күңелде күтәрҙе.
«Оҙон көй» республика конкурсында гран-при алған Рәлиә Әйүпова, вокалистарҙың республика конкурсы лауреаты Рафаэль Дәүләтбаев, район конкурстарырда даими ҡатнашыусы Минислам Солтанғәлин, ирле- ҡатынлы Илдар һәм Фәнзилә Мөфтәховтар йыраҙр башҡарҙы, шулай уҡ халыҡ театры етәксеһе Айһылыу Латыпова етәкселегендә коллектив тамашасыларға Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек»; Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»; Кәбир Аҡбашеватың «Һипкелле ҡыҙ»; Г. Әхмәтҡужинаның « Нисек түҙә икән был йөрәк» спектаклдәренән өҙөктәр, «Ике ҡоҙаса» скетчын тәҡдим итте.
Быйыл октябрь айында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тула. Шул дата айҡанлы Гөлшат Хөснөтдинова, Рима Рәхимова һәм Фәнзилә Мөфтәхова сәхнәнән уның шиғырҙарын һөйләне.
Унан тыш яҡшылыҡ, тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һөйөү сағылған лирик йырҙар башҡарылды. «Серле шаршау» тип исемләнгән тамаша ауыл халҡына тағы ла бер тапҡыр яҡты, матур, шатлыҡлы минуттар бүләк итте.
Читайте нас: