Театр йылы әүем башланып китте. Театр коллективтары, профессиональ театрҙар сәхнәгә яңынан-яңы спектаклдәр сығара. Башҡорт дәүләт академия, драма театры дәүләкәндәргә Айгөл Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» тигән сираттағы спектаклен тәҡдим итә.
Пьесаның төп геройҙары Диләрә менән Әсхәт яңғыҙлыҡтан ялҡып, тормоштарын нисек тә үҙгәртергә, үҙ парҙарын яңынан табырға өмөтләнгән 40 йәштәрҙәге ҡатын һәм ир. Яҙмыштарын өр - яңынан яҙырға, мөхәббәтле, пар ҡанатлы тормош ҡорорға тигән хыял ярты секунд та ташламай уларҙы. Хәйер, уларҙы ғына микән. Аҫҡы ҡатта йәшәгән, үҙем тоттом, тип көн һайын берәүҙән алып, унан булмаһа магазиндан балыҡ килтереп, Диләрәнең күңелен күрергә йөрөгән ирмәк ҡарттың да яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткән. Диләрә менән Әсхәттең осраҡлы осрашыуы икәүһендә лә яҡты, йылы хистәр уята. Геройҙар бер – береһенә ғашиҡ булғандарын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Әммә күршеләр, туғандар һәм дуҫтар - силәгенә күрә ҡапҡасы – бер ҡатлыраҡ Тәнзилә менән Зөлфәт ваҡиғаларҙы рәхәтләнеп бутай!
Был илаһи минуттарҙы күпме көттө, күпме йөрәк ярһыуы, икеләнеү, ялҡынлы хистәр кисерҙе инде йәш булмаған ике ғашиҡ - сәхнәлә көлкөлө, ирмәк, уйландырғыс ваҡиғалар... Ниһайәт, замана шөғөлө - «Бер сәғәткә ир» хеҙмәтендә тир түккән ир-егет икенсегә мөхәббәтен таба. Диләрәнең фатирына саҡырылған таксист - «ир»ҙең килеүе менән башланып киткән хәл-ваҡиғаларҙы һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел, үҙ күҙҙәрең менән күреп, уларҙың шаһиты булыу кәрәк! Ә унда - заманса аралашыу, заманса мөнәсәбәттәр, заманса зауыҡ, заманса көлөү, заманса лирика... Заманса ҡуйылыш...
Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, сценограф – Татарстан Республикаһынан билдәле рәссам Булат Ибраһимов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы - Сулпан Асҡарова.
Ролдәрҙе Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Ғәләүетдинова, Римма Ҡаһарманова, Лилиә Ғәлина, Азат Вәлитов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфиә Рафиҡова, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов башҡара .
Автор хаҡында: Айгөл Ғабдулла ҡыҙы Әхмәтғәлиева 1973 йылда Татарстандың Аҡтаныш районы Ҡасҡын ауылында тыуған. Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. «Казан утла-ры», «Мәйдан», «Сөембикә» журналдары, «Мәдәни җомга» газетаһы менән ижади хеҙмәттәшлектә йәшәй. «Болотта еләк үҫә» (2008) исемле әкиәт һәм хикәйәләр китабы донья күргән. Бөгөнгө көндә «Мәйдан» журналы хеҙмәткәре.
26 мартта театр һөйөүселәрҙе район Мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ!