+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Март 2019, 16:44

Уңғандар көс һынашты

Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда «Йәгеҙ әле, уңғандар!» тип аталған байрам тамашаһы булды.

Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда «Йәгеҙ әле, уңғандар!» тип аталған байрам тамашаһы булды. Был байрамда дүрт команда: Яңы Яппар ауылынан «Яппар уңғандары», Иҫке Яппар ауылынан «Күбәләктәр», «Ишембайнефть» идаралығының 5-се цехынан «Күгәрсендәр» һәм хакимиәт, мәҙәниәт, китапхана, почта хеҙмәткәрҙәренең «Сәскәләр» йыйылма командаһы ҡатнашты. Ярышта ҡатнашыусылар әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр ине.
Байрамды художество етәксеһе Ирек Хаматов ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙе һәм һүҙҙе Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмєһе хакимиәте башлығы Илшат Ринат улы Мөхәмәтғєлинға бирҙе. Ул залдағы бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы.
Ярыш программаһы төрлө номинацияларҙан торҙо.
Командалар спектаклдән сәхнәләштерелгән өҙөктәр күрһәтте, төрлө уйын ҡоралдарында уйнаны, таҡмаҡтар, йырҙар йырланы. Һәр береһе мул табын әҙерләгән. Өҫтәлдә ҡуян, тауыҡ итенән, баландан бәлештәр, сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ һәм башҡа милли ризыҡтар күп ине.
Ҡыҙҙарҙың лирик бейеүҙәре, Минислам Солтанғәлиевтың йырҙары, Наил һәм Земфира Мәғәсүмовтарҙың дуэты, гармун моңдары байрамға йәм өҫтәне. Сара һуңында һәр ҡатнашыусыға Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин рәхмәт хаттары, бүләктәр һәм сәскәләр тапшырҙы.
Читайте нас: