+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Март 2019, 16:13

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр

Был мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ижади кешеләрҙең, шулай уҡ мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар һәм уны таратыусыларҙың һөнәри байрамы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2007 йылдың 27 авгусында ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Был мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ижади кешеләрҙең, шулай уҡ мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар һәм уны таратыусыларҙың һөнәри байрамы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2007 йылдың 27 авгусында ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рәсәй мәҙәниәте бик күп быуаттар дауамында формалашҡан. Ул халҡыбыҙҙың уникаль ҡаҙаныштарын һәм йолаларын берләштерә, бөгөн иһә дөйөм милли байлыҡ тип һанала. Тап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән күпселек кешеләр һынлы сәнғәт, скульптура һәм кинематография, өлкәһендә һоҡланғыс әҫәрҙәр күреү мөмкинлегенә эйә, моңло көйҙәр тыңлай ала, драма һәм бейеү сәнғәтенә һоҡлана.
Дәүләкән районы муниципаль районының Мәҙәниәт идаралығы муниципаль ҡаҙна учрежденияһы бөгөн райондың рухи-әхлаҡи үҙәге булып тора, уның коллективы кисәләр, театр тамашалары, күңел асыу саралары, әҙәби кисәләр, концерт программалары, киске ял минуттары,тематик һәм тантаналы байрамдар, балалар иртәлектәре, ғаилә байрамдары, төрлө конкурстар һәм күп мәҙәни байрамдар әҙерләй алып бара һәм уларҙы уңышлы үткәрә.
Шулай уҡ был көндө үҙҙәренең һөнәри байрамын музей, китапхана, мәҙәниәт йорто, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар билдәләй.
Башҡортостан Республикаһы 100 йыллығына айҡанлы бай программа әҙерләйбеҙ
Дәүләкән районы муниципаль районының Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов был иҫтәлекле байрам тураһында былай тип һөйләне:
«Үткән йыл ноябрь аҙағында Өфө ҡалаһында республиканың 100 йыллығына ҡарата «Башҡортостан тарихы биттәре» марафоны сиктәрендә Дәүләкән районы делегацияһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филарманияһы сәхнәһендә үҙенең ҡаҙаныштарын күрһәтте, райондың ижади коллективтары вәкилдәре сығыш яһаны. Иң яҡшы ижади коллективтар, алып барыусылар, һөйләүселәр, үҙешмәкәр артистар сәхнәлә артислыҡ һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, сарға килеүселәр, яҡташтары, ҡунаҡтар менән ихлас аралашты.
Фестивалдә бейеү коллективтары, вокаль ансамблдәрҙең музыкаль сығыштары аралашып барҙы. Унда «Вояж» эстрада йыры халыҡ ансамбле, «Башҡортостан сәскәләре» өлгөлө хореография ансамбле, рус халыҡ инструменттары оркестры, «Гәүһәр» башҡорт фольклор ансамбле, «Ивален» өлгөлө фольклор ансамбле, «Оҙон көй» төбәк-ара конкурстары лауреаты Рәлиә Айүпова ҡатнашты. Республикаға 100 йыллығы айҡанлы тантаналы юбилей кисәләрен үткәреү дауам итә, - тине Р.В. Әхмәтрәхимов. – Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы район кимәлендә «Халыҡ ижады ынйылары» фестивале, «Шәжәрә» байрамы үткәрергә планлаштырабыҙ.
Мәҙәниәт идаралығы ҡатнашлығында ҡала үҙәгендә урынлашҡан ял паркында «Ижад һәм ял ҡаласығы» зонаһы булдырыласаҡ, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына китап күргәҙмәләре ойошторола, “Асылыкүл - Башҡортостан ынйыһы” фотоһүрәттәр конкурсы үтәсәк. Конкурстар, викторина, лекциялар, юбилей айҡанлы смотрҙар үткәреү ҡаралған, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозициялар тәҡдим итәсәк. “Тылсымлы моңдар” халыҡ ижады республика фестиваленә әҙерлек башланды ла инде.
Халыҡ театры - үҙебеҙҙә!
Район Мәҙәниәт йортонда театр студияһы бына инде 17 йыл дауамында эшләп килә, бөгөнгө көндә лә үҙ эшен дауам итә. Халыҡ театры етәксеһе Айһылыу Ҡотлояр ҡыҙы Латыпова коллективтың эше тураһында ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләй:
- Район Мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән «Заһиҙә» башҡорт халыҡ театры – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Быйылғы йыл Театр йылы тип иғлан ителде, тимәк, беҙ тағы ла тырышыбыраҡ, яҡшыраҡ уйнарға, тамашасыларҙан күберәк һөйөндөрөргә тейешбеҙ. Драма түңәрәгендә төрлө һөнәр кешеләре шөғөлләнә, шулай уҡ хаҡлы ялда булғандар ҙа бар. Шуны билдәләп китергә кәрәк, халыҡ театры репертуары йыл һайын яңыртылып тора, тамашасылар күбәйә, һәр сығыш үҙенсәлеге менән йәлеп итә.
Урындағы театр тураһында Дәүләкән халҡы ыңғай фекер белдерә, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын ҡарар өсөн ауыл кешеләре эштәрен бер аҙ ситкә ҡуйып, ял көндәрендә клубҡа ашыға. Сәхнә артистары - талантлы кешеләр, улар театр сәнғәтенә битараф булмаған, халыҡ ижадын үҫтерергә тырышҡан ижади шәхестәр. Сығыштарға һәр ваҡыт Башҡортостан Республикаһының шағирҙарының шиғырҙарын индерәбеҙ, күренекле яҙыусылар Ф. Бүләков, М. Кәрим, Г. Әхмәтҡужина, И. Абдуллин, Р. Ураҡсина, К. Аҡбашев, Р. Низамовтың һәм башҡаларҙың сәхнә әҫәрҙәрен алабыҙ. Халыҡ театрында ҡатнашыусылар районда өлкән йәштәге кешеләр араһында үткән фестиваль-конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша, мәҫәлән, «Ә йылдар үтә...» фестивалендә, байрам сараларында, сәхнәнән шатлыҡ бүләк итәләр. Үҙешмәкәр артистар БЮТ каналында барған «Алтын тирмә» телевизион конкурсында һәм «Башҡортостан, һинең менән ғорурланам» республика конкурсында ҡатнашты.
Сентябрь айында «Театр төнө» республика акцияһы үткәрелде, унда «Төн. Сәхнә. Театр» тигән театрлаштырылған байрам күрһәтелде.
Балалар театры түңәрәгендә ҡатнашыусылар Полина Шмелькова һәм Валерия Хәмиҙуллина республика кимәлендә үткән«Аҡ торналар байрамы» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Сәхнә күренештәренән тыш, үҙешмәкәр артистар район Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән бар саранан, бер байрамдан да ситтә ҡалмай.
Мәҙәниәт идаралығы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Ошо көндәрҙә яҡташ артистар менән «Ваҡыт, театр һәм беҙ ...» тип исемләнгән осрашыу үткәрергә йыйынабыҙ. «Театрҙа ҡунаҡта» балалар һүрәттәре конкурсы «Гоголь музыкаһы геройҙары» (Н.В. Гоголдең тыуыуының 210 йыллығына ҡарата) асыҡ музыка дәресе; «Сәхнә оҫталығы» конкурсы; театр коллективтары араһында «Серле шаршау» кеүек фестиваль-конкурстар һәм башҡа саралар планлаштырыла.
Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре төрлө театрлаштырылған сығыштар, уйын программалары, спектаклдәр тәҡдим итә. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әкиәт персонаждарын тыуҙыра. Сара барышында балаларҙың теләктәре лә иҫәпкә алына, уларҙа театрҙа ҡатнашыу, сәхнәлә уйнау теләге уяна. Мәҙәниәт идаралығы коллективы Театр йылында барлыҡ уй-ниәттәрҙең үтәләсәгенә ышана.
Ҡала һәм район халҡы китапханаға, музейға, мәҙәни сараларға, әүҙем йөрөй, был уларҙың ижад менән ҡыҙыҡһыныуын, киләсәккә ышаныс һәм оптимизм менән ҡарауын раҫлай.
Читайте нас: