0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2019, 16:07

Ҡурсаҡ театрынан ҡалышмайбыҙ!

Буранғол ауыл клубында “Бүре менән кәзә бәрәстәре” тигән башҡорт халыҡ әкиәте сәхнәләштереп күрһәтелде.

Буранғол ауыл клубында “Бүре менән кәзә бәрәстәре” тигән башҡорт халыҡ әкиәте сәхнәләштереп күрһәтелде.
Алдан ҙур әҙерлек эше алып барылды, әлбиттә. Балалар башта ҡағыҙҙан конус формаһында ҡурсаҡтар яһаны. Улар бармаҡҡа кейҙереп уйнар өсөн ҡулайландырылды. Төҫлө ҡағыҙҙан өй, ихата кәрәк-яраҡтары эшләнек, яланға сағыу, матур сәскәләр киҫеп ҡуйҙыҡ.
Артабан әкиәтте күмәкләп уҡып сыҡтыҡ, һәр кем үҙенә бирелгән һүҙҙәрҙе ятланы.
Кәзә ролен Гөлбикә Ғәскәрова башҡарҙы, уның улы Рөстәм бүре образын һынландырҙы. Руслан Әхмәҙуллин һәм Алмаз Минебаев ике ролде башҡарҙы, улар хужа, эт булып уйнағандан һуң кәзә бәрәстәрен “йәнләндерҙе”. Данис Мырҙагәрәев, Булат Минебаев кәзә бәрәстәрен килештереп уйнаны.
Тамашасыларға әкиәт бик оҡшаны, балаларҙың артислыҡ һәләттәрен юғары баһаланы.
Читайте нас: