-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2019, 17:36

Ветерандар менән осрашыу

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда Яңы Яппар, Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол, Исмәғил ауылдарынан ветерандар байрам кисәһенә саҡырылды

Кисәнең хөрмәтле ҡунаҡтары Гөлсирә Ѓәзизова (һулда) менән  Мөнирә Исмәғилеваны (уңда) балалары, ауылдаштары ихлас сәләмләне.
Кисәнең хөрмәтле ҡунаҡтары Гөлсирә Ѓәзизова (һулда) менән Мөнирә Исмәғилеваны (уңда) балалары, ауылдаштары ихлас сәләмләне.
Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда Яңы Яппар, Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол, Исмәғил ауылдарынан ветерандар байрам кисәһенә саҡырылды
...Байрамса биҙәләгән зал. Тәғәйен ваҡытҡа балалары, яҡындары оҙатыуында өлкән быуын вәкилдәре залда үҙ урынын алды. Улар барыһы ла оҙаҡ йылдар “Дим” колхозында эшләгән, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн ал-ял белмәй тырышҡан. Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветераны Мөнирә Исмәғилеваны күреү ҡыуаныслы ине.
Кисәне ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин асты.
- Һеҙ беҙгә тыуған илде яратыу, уның хаҡына хеҙмәт итеү өлгөһө күрһәткән быун кешеләре. Нисек кенә ауыр булмаһын, һеҙ бирешмәгәнһегеҙ, киләсәккә ышаныс менән ҡарағанһығыҙ. Бөгөн инде балаларығыҙ, яҡындарығыҙ өсөн һеҙ иң ҡәҙерле кешеләр, - тип билдәләне ул.
Художество етәксеһе, байрамдың сценарий авторы И.Л. Хаматов республиканың барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды, хеҙмәте менән дан яулаған яҡташтарының исемдәрен әйтеп үтте. Залда ултырған Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе Хәләф Сәлимйәновты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Тимерйән Расаевты яҡташтары ихлас алҡышланы.
Сараға килеүселәр араһында 60 йыл бергә йәшәгән парҙар Хәтифйән һәм Тәнзилә Сәлимйәновтарҙы, Сәрүәр һәм Гөлфирә Киилдейәровтарҙы, 55 йыл бергә ғүмер иткән Фәттәх һәм Әсмә Минемөхәмәтовтарҙың да булыуы айырыуса һөйөнөслө ине. “Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, атай-әсәйебеҙ һис тә тик тормай, хужалыҡ эштәрен дә башҡаралар, беҙҙе ҡунаҡҡа көтәләр”- тиҙәр балалары.
Был күркәм сараға 80 йәштән үткән 25 ветеран саҡырылғайны. Бөгөн уларҙың барыһы ла ауыл биләмәһе территорияһында көн итә. Музыкаль сығыштар менән аралашып барған кисә оло кешеләргә ысын мәғәнәһендә ҙур байрам ине. Аталы-уллы Хәтифйән һәм Азат Сәлимйәновтар, Гөлсәсәк Мусина, Гүзәлиә Сәлимгәрәева, Тәскирә Ишмөхәмәтова, Сәлимә Фазлиәхмәтова башҡарыуында йырҙар тамашасыларға бик тә оҡшаны. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә яратҡан өләсәй-олатайҙары өсөн шиғырҙар, бейеүҙәр әҙерләгән. Үҙешмәкәр артистар Рәлиә Әйүпова, Илдар Мөфтәхов, Минислам Солтанғәлиев, Рафаэль Дәүләтбаев, Ирек Хаматов район Мәҙәниәт йортоноң алыштырғыһыҙ баянсыһы Фәнил Хәйретдиновҡа ҡушылып моңло йырҙар, Әлфиә Хаматова шиғыр, Элина Минәхмәтова, Айһылыу Заһиҙуллина, Илүзә Ғәлиуллина, Гөлназ Ҡотлойәрова дәртле бейеүҙәр бүләк итте.
Был көндө ветерандар яҡындарынан ҡотлауҙар, сәскәләр, иң изге теләктәр ҡабул итте. Олатай-өләсәйҙәрҙәң күбеһе күҙ йәштәрен тыя алманы, былар, әлбиттә, һөйөнөс йәштәре ине. Улар ошо байрамды ойошторусыларға ихлас рәхмәттәрен белдерҙе, күп йылдар күрешмәгән тиҫтерҙәре менән ихлас аралашты, йәш саҡтарын, колхозда эшләгән йылдарын иҫкә алды.
Кисәне Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһенең ер төҙөлөшө буйынса белгесе Илида Рәхимова алып барҙы.
Читайте нас: