+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Апрель 2019, 18:44

Әйҙә әле, дуҫҡай, алсы гармуныңды...

Яҙ тәҙрә сиртә... Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна, ҡоштар ҙа моңлораҡ һайрай, гөрләүектәр селтер-селтер серен һөйләшә. Ҡыш менән яҙ алмашҡан ошо бер мәлдә, матур йолаға әйләнеп киткән гармун байрамына йыйылды ҡырҡ өйлө меңлеләр. Был юлы бәйге Шишмә районының данлыҡлы Әлибай ауылында үтте һәм Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланды.

Яҙ тәҙрә сиртә... Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна, ҡоштар ҙа моңлораҡ һайрай, гөрләүектәр селтер-селтер серен һөйләшә. Ҡыш менән яҙ алмашҡан ошо бер мәлдә, матур йолаға әйләнеп киткән гармун байрамына йыйылды ҡырҡ өйлө меңлеләр. Был юлы бәйге Шишмә районының данлыҡлы Әлибай ауылында үтте һәм Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланды.
Төрлө һөнәр кешеләре, төрлө йәштәге гармунсылар береһенән-береһе уҙҙырып дәртле, моңло көйҙәре менән йөрәкте арбаны, күңелдәргә дәрт өҫтәне.
-Ошо байрамда йыл һайын ҡатнашам, ойоштороусыларға рәхмәтлемен. Күңелдә йәшлек дәрте уяна, гармун тартып, урам буйлап йырлашып йөрөгән саҡтар иҫкә төшә. Быйыл иң өлкән гармунсы мин булып сыҡтым, - ти түбәтәйен төҙәткеләп Яңы Усман ауылынан килгән Мөхәрәм Мәхмүтов.
Яңы Яппар ауылынан ирле-ҡатынлы Земфира һәм Наил Мәғәсүмовтар ҙа байрамдан ситтә ҡалмаған. Музыкаль ғаилә, береһе гармунда оҫта уйнаһа, икенсеһе моңло итеп йырлай.
- Беҙҙең Яңы Яппар ауылында йыр-моңға әүәҫ халыҡ йәшәй. Ҡәйнәм Миңлеғәйшә Солтанғәли ҡыҙы Ябалаҡлы ауылынан килен булып төшкән, саратов гармунында уйнай торғайны. Балалары ла әсәләренә оҡшап моңға мөкиббән киткән. Ике улы, ҡыҙы оҫта гармунсылар, ирем Наил дә 5-6 йәштәрҙә үк өйрәнгән, - ти Земфира Муллабай ҡыҙы. Ул үҙе 35 йыл ғүмерен Яңы Яппар ауылында балаларға белем биреүгә бағышлаған. Хөрмәткә лайыҡ мөғәлимә байрамға ла күстәнәсһеҙ килмәгән, Дим буйҙарын маҡтап йыр һуҙҙы. Уҡыусыларында ла музыкаға һөйөү тәрбиәләргә тырышҡан.
Янур Ҡолоевтың уйнауын халыҡ бик яратты. Тормош иптәше Нәбирә Хужиәхмәт ҡыҙы менән улар Яңы Яппар ауылында ғүмер итәләр. Байрамға парлашып килгәндәр, ире һуҙҙырған дәртле көйҙәргә тыпырҙатып бейергә төштө.
Рәил Хажиевты яҡын-тирәлә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ул үҙе Бикәй ауылынан. Ниндәй сара ойошторолһа ла, уның уртаһында-Рәил. Әле генә Ҡара-Яҡуп ауылында гөрләп үткән спектаклдә ҡатнашһа, бөгөн инде Әлибай сәхнәһендә сығыш яһай. Уның ҡулында – тальян.
- Иң яҡшыһы, халыҡҡа үҙең өлгө күрһәтеү ул, - тип гармунын ҡулына алып моңло халҡыбыҙ көйөн һыҙҙырып уйнап ебәрҙе Дурасов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Заманов.
Флорид Ғөбәйҙуллин бөгөн хаҡлы ялда, Дурасов мәктәбендә балаларҙы башҡорт телен уҡытҡан. Ҡурайҙа, гитарала уйнай.
Биҡҡол егете, һәүәҫкәр композитор, йырсы, шағир Рәил Ғүмәровтың сығышы байрамға сағыу төҫ өҫтәне.
Рамай Муллағәлин Яңы Ябалаҡлынан килгән. Ул баянда уйнағанда халыҡ дәррәү төшөп бейене.
Иң йәш бәйгесе Суҡраҡлы ауылынан Илнур Хәсәнов булды.
-Иҫке Ябалаҡлы ауылы ҡыҙымын, Өфөлә йәшәйем, - ти Гөлшат Сәфәрғәлина. – Байрам тураһында ишеткәс ашығып ҡайтып еттем. Бергә уҡыған синыфташтар Суҡраҡлы, Әлибай ауылында йәшәйҙәр, уларҙы ла күрәйем, хәлдәрен беләйем тип килдем. Йәш саҡтарҙа ошо клубҡа килеп концерттар ҡуйып китә инек. Хәтирәләр яңыртып, осрашып-күрешеп ҡайтыу-үҙе бер ғүмер,- ти Гөлшат Әнүәр ҡыҙы.
- Онотолоп барған гармун моңдарын тергеҙеү, киләсәк быуындарыбыҙға гармунға һөйөү уятыу, халҡыбыҙ моңон түкмәй-сәсмәй еткереү,-шул беҙҙең бурысыбыҙ, байрамыбыҙҙың маҡсаты, - тине ҡырҡ өйлө мең ырыуының ҡор башы Филүс Исмәғил улы.
Байрамды ойоштороусы Дурасов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Мөнир улы ауыл халҡына, килгән ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе. Бәйгене оҫта итеп алып барыусы Зәлиә Ниғмәтйәноваға, гармунсыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Халҡыбыҙ үҙенең шатлығын да, хәсрәтен дә моң менән баҫҡан, байрам шуны раҫланы. Борон-борондан халҡым туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән, аралар алыҫ булһа ла, аралашыу сараһын тапҡан. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, бергә йәшәйек, туғандар!
Читайте нас: