+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Май 2019, 17:07

Мин яратам һине, тормош!

Район Мәҙәниәт йортонда өлкән быуын кешеләре өсөн республика фестиваленең һайлап алыу туры үтте.

Район Мәҙәниәт йортонда өлкән быуын кешеләре өсөн республика фестиваленең һайлап алыу туры үтте.
Башҡортостандың ун ике районынан килгән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, улар араһында шулай уҡ Дәүләкән районы ла бар ине, баһалама ағзалары һәм тамашасылар алдында үҙҙәренең музыкаль программаһын тәҡдим итте.
Был фестиваль Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелә. Сәстәренә көмөш йүгергән кешеләрҙән торған иң сағыу сәнғәт коллективтарының сығышын ҡарағандан һуң, уларҙың күңеле менән һаман дә йәш булыуына инанаһың. Ысынлап та, һәүәҫкәр артистарҙың сәхнә оҫталығы таң ҡалдырҙы.
Фестиваль сиктәрендә ете һайлап алыу туры ҡаралған, Оло йәштәге кешеләре байрамы айҡанлы октябрь айында Өфөлә гала-концерт үтә, унда иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Жюри ағзалары тураһында бер нисә һүҙ әйтәһе килә. Уларға иң яҡшы һәм оригиналь номерҙарҙы һайлап алыу бурысы ҡуйылған. Шуға фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәләтен һәм ижади потенциалын тейешенсә баһалау өсөн уның составына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, халыҡ артистары, сәхнә оҫталары инде.
Һайлап алыу туры көнөндә район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә рус, башҡорт, татар, украин һәм күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә йырҙар яңғыраны. Конкурсанттарҙың сығыштары Башҡортостанда мәҙәни мираҫтың төрлөлөгөн, уларҙың үҙенсәлеген һәм ҡиммәтен күрһәтте. Тамашасылар халыҡ йолалары менән танышты, үҙенсәлекле милли костюмдарҙың матурлығына һоҡланды.
Беҙҙең ҡала һәм райондың түбәндәге ижади колллективтары сығыш яһаны: Сапай ауылынан «Гәүһәр» ансамбле (етәксеһе Ю. Йәһүҙина), “Романтика” ансамбле (етәксеһе Н. Гренценгер), «Веселки» украин фольклор ансамбле (етәксеһе Н. Васильева), «Экспромт» халыҡ инструменталь ансамбле (етәксеһе Р. Рогив). Семен Кошеленко «Ҡара диңгеҙ буйында» йырын башҡарҙы, Фәнзилә Мөфтәхова Мостай Кәримдең шиғырын һөйләне, Минислам Солтанғәлиев башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы (аккомпаниатор Фәнил Хәйретдинов).
Читайте нас: