+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Май 2019, 18:20

Беҙҙең агитбригада иң яҡшылар иҫәбендә

Туймазы районының Серафимовка ауылында Рәсәй Федерацияһында Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналған агитбригада һәм агитация-художество театрҙарының «Пропаганда.ру» V Асыҡ фестиваль-конкурсы үтте.

Фестиваль-конкурс йәштәр агитбригадалырын һәм агитация-художество театрҙары хәрәкәтен үҫтереүҙе пропагандалау, уларҙың эш тәжрибәһен таратыу, социаль әһәмиәттәге эшмәкәрлектә йәштәрҙең ижади һәләтен файҙаланыу, талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм бүләкләү маҡсатында үткәрелде.
Конкурсҡа республиканың төрлө мөйөштәренән туғыҙ команда йыйылды. Беҙҙең Дәүләкән районынан 4-се лицейҙан «Четвертая кнопка» командаһы ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә лауреат исемен яуланы. Уҡыусылар диплом, кубок һәм иҫтәлекле приз менән бүләкләнде.
Лицей директоры Ф.Ҡ. Ахунйәнова, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Л.М. Мөхәмәтйәнова, мәғариф идаралығы методисы А.Ә. Мөхәмәтйәнов конкурста ҡатнашыусылар менән ҙур әҙерлек эше алып барҙы.
Еңеү ҡанатландыра тиҙәр. Ошондай абруйлы конкурс еңеүселәренә яңы асыштар, ижади уңыштар теләйек!
Читайте нас: