-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Июль 2019, 18:45

Тауыш! Финал! Дәүләкән!

3 июлдә район Мәҙәниәт йортонда “Голос. Дети. Давлеканово” вокал конкурсының IV этабы үтте, унда йәш таланттар ҡатнашты.

3 июлдә район Мәҙәниәт йортонда “Голос. Дети. Давлеканово” вокал конкурсының IV этабы үтте, унда йәш таланттар ҡатнашты. Ике команда-ун конкурсант ярымфиналда сығыш яһаны, жюри ағзаларына һуңғы ике этапта еңеүгә дәғүә итеү өсөн иң ныҡ әҙерләнгән ике еңеүсене билдәләргә кәрәк ине.
Һөҙөмтәлә Нина Греценгер командаһынан Олеся Овчаренко һәм Рина Низаметдинова, шулай уҡ тамашасылар тауыш биреүе һөҙөмтәһендә Алина Абдрахманова сыҡты; Николай Белов командаһынан-Александра Смышляева һәм Азалия Искәндәрова иң яҡшылары тип танылды.
Финалист ҡыҙҙар лайыҡлы сығыш яһаны, әммә конкурс булғас еңеүсе берәү генә булырға тейеш. Һөҙөмтәлә беренсе дәрәжә дипломды һәм Асылыкүл буйында урынлашҡан “Тәбиғәт дуҫы” лагерына юлламаны Рина Низаметдинова яуланы. Икенсе дәрәжә дипломды Алина Абдрахманова һәм өсөнсө дәрәжә дипломды Азалия Искәндәрова алды. Ҡатнашҡан башҡа конкурсанттарға ла дипломдар тапшырылды.
Еңеүсене ҡотлайбыҙ һәм йәш таланттарға ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: