+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Июль 2019, 18:19

Рус йыры һәм таҡмаҡтар байрамы үтте

Балаҡатай районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған рус йыры һәм таҡмаҡтар байрамының XV төбәк-ара конкурсы үтте.

Балаҡатай районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған рус йыры һәм таҡмаҡтар байрамының XV төбәк-ара конкурсы үтте.
Унда Башҡортостандан, Свердловск, Силәбе һәм Волгоград өлкәләренән үҙешмәкәр башҡарыусылар, ижади коллективтар сығыш яһаны. Дәүләкән районынан «Демушка» рус йыры халыҡ хоры ҡатнашты (етәксеһе Н. Греценгер).
Конкурста ҡатнашыусыларҙы В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто мөдире, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, «Душа России» РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты, «Звонница» балалар фольклор ансамбленең художество етәксеһе П.А. Сорокин етәкселегендәге профессиональ жюри баһаланы.
Байрам өс көн дауам итте. Тәүге ике көндә рус йыры һәм таҡмаҡтар башҡарыусылар конкурсы үтте. Мәҙәниәт йорто залында лирик һәм шаян, күңелле һәм моңһоу, техник яҡтан ҡатмарлы әҫәрҙәр яңғыраны, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, ә кисен рус йыры һәм таҡмаҡтар төбәк-ара байрамының XV этабын тантаналы асыу булды, шунан һуң матур кисә ойошторолдо.
Рус йыры һәм таҡмаҡтарының күп жанрлы, сағыу байрамы Гала-концерт һәм иң яҡшы сығыш яһаусыларҙы бүләкләү менән тамамланды. «Демушка» рус йыры халыҡ хоры икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Сарала ҡатнашыусылар рус халҡының ҡул эштәре, биҙәү - ҡулланма сәнғәте менән танышты, үҙҙәренә сувенирҙар һатып алды. Беҙ был яҡтарҙың иҫ киткес тәбиғәтенә, матурлығына һоҡландыҡ, ыңғай тәьҫораттар алдыҡ, тәжрибә тупланыҡ, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булған балаҡатайҙар һәм барлыҡ яҡташтар иҫтәлегенә Мәңгелек ут янында митингыла ҡатнаштыҡ.
Читайте нас: