0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Июль 2019, 18:23

Самауыр сәйҙәре тәмле, Эсһәң йүкә бал менән...

Тирә-яҡта яңы сабылған бесән еҫе аңҡый, болондо иңләп күбәләкәтәр оса, баҡсаларҙа еләк-емеш уңған, уңған хужалар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менә мәшғүл. Йәйҙең ошондай илаһи бер мәлендә Ҡаҙырғол ауыл клубында “Самауыр байрамы” үткәрелде.

Тирә-яҡта яңы сабылған бесән еҫе аңҡый, болондо иңләп күбәләкәтәр оса, баҡсаларҙа еләк-емеш уңған, уңған хужалар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менә мәшғүл. Йәйҙең ошондай илаһи бер мәлендә Ҡаҙырғол ауыл клубында “Самауыр байрамы” үткәрелде. Байрамға оло йәштәге инәйҙәр, балалар саҡырылды.
Ауыл клубы мөдире Ф.С. Ильясова йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләне, самауыр сәйенең йәнгә – сихәт, тәнгә рәхәт биреүен билдәләне.
- Өйҙәргә газ инмәгән саҡта самауыр көнкүрештә иң кәрәкле һәм зиннәтле әйберҙәрҙең береһе булды. Замана үҙгәрә барған һайын, көнкүрешебеҙ ҙә башҡа төрлөләнә, бөгөн инде самауыр тарихи ҡомартҡы булараҡ ҡына ҡабул ителә, - тине ул.
Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, үҙҙәренең килен булып төшкән, балалар үҫтергән йылдарын хәтергә алып, инәйҙәр тарих ептәрен барланы. Ул йылдарҙа самауыр уларҙың төп терәге булғандыр тиһәң дә хата түгелдер. Ҡунаҡ килә ҡалһа, килендәр иң тәүҙә самауырын ҡуйған, мейестә икмәк һалған. Уңған хужабикәләрҙең самауыры өҫтәлдә һәр саҡ ҡайнап, йырлап ултырған.
“Нур” мәсете имам-хатибы Нурғәли Рамазанов ошондай күркәм сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен, ата-бабаларыбыҙҙың йолалары тергеҙелеүен теләне.
Мәтрүшкә, бөтнөк, ҡара ҡарағат, ер еләге япраҡтары ҡушып яһалған сәйҙең тәмлелеге һуң! Алсия инәй Муллабаева үләндәрҙең шифаһы тураһында бәйән итте. Әминә инәй Хәмитова иһә ошо байрамға арнап махсус таҡмаҡтар әҙерләгән. Әйтергә кәрәк, ауылдың ағинәйҙәре байрамды дәррәү күтәреп алған, һәр береһе самауыр сәйе эсергә тип тәмлекәстәр килтергән. Суйынсы, Искәндәр, Бик-Ҡарамалы ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәренең сығышы, Фәнзиә Рамазанова, Камила Ильясованың йырлауы, Фиҙалия Ильясованың таҡмаҡтары байрамды йәмләп ебәрҙе.
Сара тамамланыуға Әкрәм Ильясовтың самауыры гөжләп ҡайнап та сыҡты. Йыйылыусылар был көндө саф һауала рәхәтләнеп ял итте, тормош мәшәҡәттәрен бер аҙға онотоп торҙо.
Читайте нас: