+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Июль 2019, 18:30

Йырҙарҙа матурлыҡ һәм күңел торошо сағыла

Беҙҙең республиканы «йыр ҡурсаулығы» тип юҡҡа ғына атамайҙар. Башҡорт ере таланттарға бай.

Беҙҙең республиканы «йыр ҡурсаулығы» тип юҡҡа ғына атамайҙар. Башҡорт ере таланттарға бай.
Уҡыу йылы аҙағында балалар сәнәғәт мәктәбендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрам үтте, ул “Ҡояш тирәләй” тигән ғәҙәти булмаған исем менән аталғайны. Сарала ике фольклор коллектив – Архангел районы Ҡыҙыл елем ауылының “Русские узоры” һәм “Цвет Калина” ансамблдәре ҡатнашты. Дәүләкән ерендә уларҙы икмәк-тоҙ менән райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов, балалар сәнғәт мәктәбе директоры В.Г. Мережников, “Ивален” рус йыры өлгөлө фольклор коллективы ҡаршыланы.
... Ҡунаҡсыл Дәүләкән ере киңлегендә күп һанлы тамашасыларҙың алҡыштары аҫтында ошо уникаль ижади коллективтарҙың йырҙары яңғыраны. Был йырҙарҙа тыныслыҡты, хеҙмәтте, халыҡтар дуҫлыгын данлау сағыла.
Йәмле Балаҡатай еренә сираттағы Рус йыры һәм таҡмаҡтарының XV төбәк-ара байрамына унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар утыҙынсы тапҡыр йыйылды. Балаҡатай районы йыл һайын үҙешмәкәр артистарҙы – Башҡортостандың ғына түгел, күрше төбәктәрҙең дә милли мәҙәниәтен һәм халыҡ йолаларын дауам итеүселәрҙе, һаҡлаусыларҙы, баһалаусыларҙы йылдан-йыл күберәк туплай.
Быйыл байрам үҙенсәлекле булды, ул мөһим тарихи даталарҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды.
Сара рус йыры һәм таҡмаҡтары тип аталыуға ҡарамаҫтан, бында күп һанлы ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар – башҡорт, татар, удмурт, сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәре килгәйне. Был бай рус мәҙәниәтенең халыҡтарҙы берләштерергә һәләтле булыуы тураһында һөйләй!
«Беҙ ҡунаҡтарға шат» - фестивалде ойоштороусылар Дәүләкән ҡалаһының Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Нина Ивановна Белова етәкселегендәге «Ивален» рус йыры өлгөлө фольклор коллективын шундай һүҙҙәр менән ҡаршы алды. Н.И. Белова күп йылдар үҙенең бар күңелен, энергияһын, ижадын балаларға бирә. Улар занятиеларға теләп йөрөй, коллектив «Звездная юность планеты», балалар-үҫмерҙәрҙең «Роза ветров» (Италия), V Халыҡ-ара фольклор - «Интерфолк» (Санк-Петербург) һәм башҡа бик күп абруйлы халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яуланы. Ансамбль рус йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамында даими ҡатнашып, һәр ваҡыт юғары башҡарыу оҫталығы күрһәтә. 2017 йылда улар Гран-при яуланы.
Быйыл да июнь айында Башҡортостандың һоҡланғыс ере – Балаҡатай районына килеп, фестивалдә ҡатнашыусылар иген үҫтереү, икмәк бешереү менән генә сикләнеп ҡалмаған, ә яратҡан эштәре менән шөғөлләнгән, тәбиғәтте яратҡан, сәскәләр үҫтергән, ошо гүзәл урында йырларға, бейергә яратҡан, үҙенең республикаһын данлаған ҙур булмаған, әммә уңайлы булған мөхиткә сумды.
«Ивален» ансамбле һәр ваҡыттағыса иң яҡшыларҙың береһе булды - Рус йыры һәм таҡмаҡтарының XV төбәк-ара байрамы конкурсы лауреаты исемен яуланы. Бынан тыш Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни йыр мираҫын һаҡлағаны һәм үҫтергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты Дипломы тапшырылды. Уны жюри рәйесе, Халыҡ ижады йортоноң милли мәҙәниәте бүлеге мөдире Петр Сорокин (Мәскәү ҡалаһы) тапшырҙы. «Аккомпанемент оҫталығы өсөн» номинацияһында Балалар сәнғәт мәктәбе директоры В.Г. Мережников, Ю.И. Грибков һәм И.Я. Гофман составындағы инструменталь төркөм дә юғары баһаланды. Улар бөтәһе лә конкурста ҡатнашыусы Дипломы алды.
Шуныһы ғәжәп, ансамбль үҙенсәлекле йырҙарҙы, ҡабатланмаҫ диалектты бар мәғәнәһендә еткереп кенә ҡалманы, костюмдары менән дә һоҡландырҙы. Ә Владислава Хамченкова менән Анастасия Мартынова башҡарыуындағы Архангел районы ерлегендә сыҡҡан «Ой, река» йыры («Ивален» ансамблендә ҡатнашыусыларға «краснозилимские бабушки» бүләк иткән) сағыу яңғырашы, киңлеге менән фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күңелен яуланы.
- Фестивалгә бик оҙаҡ һәм ентекле әҙерләндек, һәм бына уңыш күҙгә күренеп тора – ниндәй бүләктәр алдыҡ, - тип һөйләй ансамблдең етәксеһе Н.И. Белова. - Артабан да рус йыры йолаларын һаҡлау өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ һәм мөһим тарихи дата - Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Башҡортостандың иң ҙур мәҙәни проекттарының береһен һәр яҡлап һаҡларға һәм үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
Конкурс, фестиваль йәиһә «Ивален» ансамбленең сираттағы сығышы булһынмы, ата-әсәләр беҙгә һәр яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә, - тип дауам итә Н.И. Белова. – Быйыл уларҙың ярҙамы менән Сочи ҡалаһының «Дагомыс» һауыҡтырыу комплексында үткән «Дети России» Халыҡ-ара конкурс-фестивалгә барыҙыҡ. Һәм беҙгә тағы уңыш йылмайҙы – фестивалдән коллектив Гран-при алып ҡайттыҡ. Ә тәьҫораттаҙы инде һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Ата-бабаларыбыҙҙың йолалары беҙҙең көндәлек тормошобоҙға әйләнеп ҡайта, боронғо йырҙар яңыса яңғыраш ала. Ә оҫта һайлап алынған, ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле репертуар башҡарыусыларға ла, тыңлаусыларға ла юғары ижадты тойорға булышлыҡ итә.
Шулай итеп, танылған «Ивален» ансамбле үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа тулыһынса өлгәшә, киләсәктә уларҙы йәнә ҙур еңеүҙәр көтә.
Читайте нас: